Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Октябрь 2017, 02:00

Ҡарайғандар тураһында китап сыҡты

Күптән түгел Ҡарайған ауылында яҡташыбыҙ Фирҙәүес Бәшированың “Торатау итәгендә Ҡарайған ауылы” тип аталған китабының исем туйы үтте.

Күптән түгел Ҡарайған ауылында яҡташыбыҙ Фирҙәүес Бәшированың “Торатау итәгендә Ҡарайған ауылы” тип аталған китабының исем туйы үтте.


Муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева байрамға йыйылыусыларҙы сәләмләп, боронғо ауылдарҙың береһе Ҡарайған тураһында китап сығыуы ҡыуаныслы ваҡиға булыуын, ә тыуған еребеҙ тарихын белеү – һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы икәнлеген билдәләне.


- Китап Ҡарайған ауылы өсөн генә түгел, районыбыҙ өсөн дә ҙур бүләк. Бының өсөн Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙына ҙур рәхмәт, - тине һәм бәлки киләсәктә башҡа ауылдарыбыҙ хаҡында ла китап сығыр тигән ышанысын

белдерҙе.


Гүзәл Ғайса ҡыҙы Фирҙәүес Бәшироваға һәм китапҡа материалдар туплауҙа ҙур ярҙам күрһәткән Фуат Вәлиевҡа Ишембай районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.


Билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы тураһында Ишембайҙа белмәгән кеше юҡтыр. Әлеге көндә Ҡазанда йәшәһә лә тыуған ере менән бәйләнешен өҙмәй яҡташыбыҙ. Быға тиклем уның Смаҡай ауылы тарихы хаҡында китабы сыҡҡайны. Ошо ваҡиғанан һуң үҙҙәренең ауылы хаҡында китап яҙыу үтенесе менән уға ҡарайғандар ҙа мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, материалдар йыйыуға ауылы өсөн янып йөрөгән ауылдаштар тырышлығы ла һалына.


- Тыуған еремдән алыҫта йәшәһәк тә, Башҡортостан менән бергә һулайбыҙ. Беҙҙең маҡсат – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү. Был китапты әҙерләү өсөн өс йыл ваҡыт китте. Ниһайәт, Ҡазанда баҫтырып алып ҡайттыҡ, - тип һәр башҡорт ауылы тураһында ла ошондай китап булырға тейеш тигән теләктәрен дә белдерҙе автор.


Китап сығарыу еңелдән түгел. Күпме көс, хеҙмәт талап итә ул. “Торатау итәгендә Ҡарайған ауылы” китабынының донъя күреүенә ҙур ярҙам күрһәткән өсөн район хакимиәтенә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.


Ҡарайған ауылына нигеҙ һалыусыларҙың вариҫтары тырышлығы менән бөртөкләп йыйылған иҫтәлектәр ауылда йәшәүсе һәр кем өсөн ҡәҙерле бүләк. Материалдарҙың фото-һүрәттәр менән биҙәлеүе лә китапты байыта. Ауылға нигеҙ һалыусы Ҡәҙерембәт олатайҙың вариҫтары ҡатнашыуы ла сараны йәмләне. Вәлиевтар, Ҡотошовтар, Сөләймәновтар, Ширияздановтар, Ждановтар, Сәфәрғоловтар нәҫелдәре бөгөн дә тирә-яҡҡа билдәле. Уларҙан илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән, юғары наградаларға лайыҡ булған фән эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хеҙмәтсәндәре сыҡҡан һәм улар ҡарайғандар өсөн генә

түгел, район өсөн дә ғорурлыҡ.


“Ревизские сказки” мәғлүмәттәренә таянып Ҡарайған ауылының шәжәрәһе, нисәнсе йылдарҙа ауылда күпме хужалыҡ булыуы тураһында мәғлүмәттәр һәм башҡа яҙмалар бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ.


Ауыл, уның кешеләре тураһында материалдар туплауға ҙур көс һалған Фуат ағай Вәлиевтың әйткәндәре йәштәргә төбәлде.


- Һәр кеше үҙенең тыуған еренең, нәҫеленең тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен белергә тейеш, - тине ул һәм йәштәр тарихты өйрәнһендәр, артабан йәш быуынға тапшырһындар тигән теләктәрен әйтте.


Байрам йәмле килеп сыҡты. Кинйәбулат ауылынан “Зөбәржәт”халыҡ театры тамашасылар иғтибарына китаптан өҙөк сәхнәләштерҙе. Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанова иһә Фирҙәүес Баширова һүҙҙәренә үҙе ижад иткән йырын башҡарҙы.


Киләсәктә был китап һәр Ҡарайған кешеһенең йортонда һаҡланыр һәм ҡәҙерле ҡомартҡы һымаҡ быуындан-быуынға тапшырылыр. Ә тарихыбыҙға арналған китаптарҙың исем туйҙары киләсәктә башҡа ауылдарҙа ла үтер әле тигән өмөттә ҡалайыҡ.


Автор фотоһы.
Читайте нас: