Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2017, 02:00

Ололарҙы хөрмәтләнеләр

Этҡол мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арнап ветерандарыбыҙҙы һәм оло быуын вәкилдәрен йыйып тәбрикләнеләр.


Айырыуса үҙешмәкәр артистарыбыҙҙың театрлаштырылған тамашаһы оҡшаны. Өс ҡатынлы ауыл ҡартының тормошон Әнүәр Дәүләтҡолов бик оҫта итеп башҡарҙы, Гөлдәр һәм Рәмис Йәрмөхәмәтовтар, Азалия Әхмәтшина, Мәүжиҙә Шәмсетдинованың уйнауын һоҡланып күҙәттек. Сара матур концерт номерҙары менән дә үрелеп барҙы. Мәҙәниәт йортоноң художествоһы етәксеһе Мәүжиҙә Шәмсетдинова етәкләгән “Емеш” бейеү ансамбле бейеүселәре дәртле сығыштары менән һөйөндөрҙө. Матур байрам сәй табынында дауам итте. Бындай сара өсөн ауыл хакимиәтенә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә оло йәштәгеләр исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: