Ансамблгә төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар тупланған, йыр- моңға, йор һүҙгә маһирҙар, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә лә ҙур тырышлыҡ һалалар. Колхозда, мәктәптә, башҡа өлкәләрҙә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сығыусы ололарыбыҙ сәй табынында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, саранан йәштәргә уңыштар теләп, рәхмәттәр әйтеп таралышты.