Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2017, 02:00

Матур парҙар йәмләй ауылды

Ошо көндәрҙә беҙ хөрмәтле ауылдашыбыҙ, үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килеп, күп ауырлыҡтар күргән ветераныбыҙ Орҡоя Талип ҡыҙы Ноғоманованы 90 йәше менән ҡотланыҡ.

Ошо көндәрҙә беҙ хөрмәтле ауылдашыбыҙ, үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килеп, күп ауырлыҡтар күргән ветераныбыҙ Орҡоя Талип ҡыҙы Ноғоманованы 90 йәше менән ҡотланыҡ.


Геннадий ағай Михайлов менән бергә татыу донъя көтөүҙәренә лә быйыл 50 булып киткән. Бер төптән булып, хеҙмәт һөйөп йәшәгән күркәм пар ололарыбыҙ сафын- да һәүетемсә донъя көтә, йәштәргә күп яҡтан өлгө булып тора. Орҡоя апай гел яуаплы эштәрҙә тырышты, күп йылдар сельпола склад мөдире булды, “Совет сауҙаһы отличнигы” тигән маҡтаулы билдәһе бар. Геннадий ағай ғүмерен урман хужалығына арнаған кеше. Ауыл Советы хакимиәте, вете- рандар ойошмаһы ҡотлауҙарын, изге теләктәрҙе улар ихлас ҡыуанып ҡабул ите. Оло кешегә намыҫлы хеҙмәт йылдарын хөрмәт менән иҫкә алыуҙан, иғтибарҙан да ҡиммәт нәмә юҡ.


- Ошолай ҙурлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, үҙегеҙгә беҙҙең йәшкә етергә, уңышлы эшләргә булһын. Беҙҙең кеүек балалары йыраҡ тарафтарҙа йәшәгәндәрҙең ҙур таянысы булған социаль хеҙмәткәрҙәргә лә рәхмәтемде әйтәм. Ауылдашыбыҙ Фатима Хәйбуллина көнкүрештә ныҡ ярҙам итә, ололар ризалығы үҙенә һаулыҡ, тормош изгелектәре булып ҡайтһын, - тине Орҡоя апай күңеле тулып.


Әйткәндәй, Хоҙай оҙон ғүмер насип иткәндәр Маҡарҙа байтаҡ. Зөһрә Рәхмәтуллина, Ғәфифә Хафизова инәйҙәребеҙ шулай уҡ туғыҙынсы тиҫтәне тултырыусылар. Көҙөн Әминә Кинйәбулатова, Фәнүзә Ситдиҡова 80 йәштәрен билдәләйәсәк.


Байрам форсаты менән ололарыбыҙға һаулыҡ, күңел
көрлөгө, балалар изгелеге теләйем.
Читайте нас: