Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Сентябрь 2017, 02:00

Сибайҙа ла булдыҡ, дипломын да алдыҡ!

Ҡалабыҙҙа йәшәүсе 84 йәшлек Рәйлә инәй Ҡолмырҙина ошо көндәрҙә Сибайҙа уҙғарылған 5-се төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсына барып, ”Мөнәжәт” номинацияһында өсөнсө урын алып ҡайтты.

Ҡалабыҙҙа йәшәүсе 84 йәшлек Рәйлә инәй Ҡолмырҙина ошо көндәрҙә Сибайҙа уҙғарылған 5-се төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсына барып, ”Мөнәжәт” номинацияһында өсөнсө урын алып ҡайтты. Бынан тыш, яҡташыбыҙҙы әүҙем ҡатнашыусы булараҡ та диплом менән бүләкләгәндәр.


Йөҙөнән нур балҡып торған, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Рәйлә Ҡолмырҙинаға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Күптән түгел Стәрлебашта уҙған конкурста урын алып ҡайтып һөйөндөргәйне, әле Сибайҙа ла һынатманы. Конкурстың өс этабын да уңышлы үтә ул. Тәүге ике өлөшөндә үҙе ижад иткән мөнәжәтте, нәсихәтте һөйләй, уларҙа насар ҡылыҡтарҙан йыраҡ булыуға өндәү, яҡшылыҡҡа саҡырыу ярылып ята.


Өсөнсө өлөштә иһә Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөрьәндән сүрә тәржемәһен яттан башҡара.


- Мәҙәниәт бүлегенән конкурсҡа барырға тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым. Бик күркәм сара булды, матур итеп

ҡаршыланылар. Алдан ныҡлы әҙерләнгәс, урын алырмын тип өмөт иткәйнем. Ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашҡан конкурстан ошондай һөҙөмтәгә өлгәшеүем менән ҡәнәғәтмен, - тип һөйләне мөнәжәтсе инәй.


Мөнәжәғәт, нәсихәтте башҡарыусылар араһында иң яҡшыларын асыҡлау, һирәк башҡарыла торған жанрҙы һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында ойошторолған был конкурс үткәрелгән көн мосолман календары буйынса Яңы йыл башланған мәлгә тура килә. Ошо уңайҙан да яҡташыбыҙ сарала ҡатнашыусыларға шиғри теләктәрен еткерә.


Афарин, Рәйлә инәй! Юл йыраҡлығы ла, конкурс ҙурлығы ла һеҙҙе ҡурҡытмаған. Киләсәктә лә тәрән мәғәнәле мөнәжәттәрегеҙ менән ҡалабыҙ данын күтәрегеҙ.


Автор фотоһы.
Читайте нас: