Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Сентябрь 2017, 01:27

Йырларға өйрәнеп буламы?

«Эйе, тырышлыҡ булғанда, әлбиттә була!» тип ҡыйыу яуап бирҙе Ирәндек моңдары-2004» республика конкурсында Гран-при, 2005 йылда Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй” республика конкурсында 1-се урын, 2010 йылда “Тыуған моңдар” телевизион конкурсында Гран-при, 2015 йылда “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Гран-при яулап башҡорт эстрадаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп ингән Рәфис Ишбаев.

«Эйе, тырышлыҡ булғанда, әлбиттә була!» тип ҡыйыу яуап бирҙе Ирәндек моңдары-2004» республика конкурсында Гран-при, 2005 йылда Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй” республика конкурсында 1-се урын, 2010 йылда “Тыуған моңдар” телевизион конкурсында Гран-при, 2015 йылда “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Гран-при яулап башҡорт эстрадаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп ингән Рәфис Ишбаев. Радио тыңлаусылар уның “Бәхетле бул”, «Ташламайҙар дуҫтар», «Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ» исемле йырҙары менән яҡшы таныш. Рәфис Фирғәт улының Ишембай мәҙәниәт һарайында вокал уҡытыусыһы булараҡ эш башлауы райондаштарыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс.


- Рәфис Фирғәт улы, һеҙ ҡайһы яҡ егете? Тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтығыҙ?
- Мин сығышым менән Баймаҡ ҡалаһынан. Йырға, сәнғәткә тартылышым мәктәп сәхнәһенән башланды. Башҡалар өсөн генә түгел, үҙем өсөн дә был хәл көтөлмәгенәрәк булды - нәҫелебеҙҙә йырлаған кеше юҡ. Мәктәптә уҡығанда уҡ, “Мираҫ” ансамблендә солист булдым, республика кимәлендә үткән бер нисә йыр бәйгеһендә призлы урындар яуланым.
Йырсы булыу минең өсөн буй етмәҫлек хыял ине. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училещеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан һайын, үҙ-үҙем өҫтөндә эшләргә, был уңыштарҙа туҡтап ҡалмаҫҡа, үҫергә, күтәрелергә тейешлегемде аңлай барҙым. Уҡытыусыларымдан уңдым - сәнғәт училещеһында Вәхит Хызыров, Камил Вәлиев, Флүрә Ноғоманова класында белем алыу бәхетенә ирештем.
- Һеҙ суд приставы булып та эшләргә өлгөргәнһегеҙ?
- Эйе, сәнғәт училищеһын тамамлағас, армия сафында хеҙмәт итеп, тыуған ил алдында бурысымды үтәгәс, ижадтан бер аҙға алыҫлашып торорға тура килде, Өфө ҡалаһының Киров районында суд приставы булып эшләнем. Әммә күңел барыбер сәхнәгә тартылды, ижад һуҡмағына ҡабат баҫтым. Ҡарауанһарай студияһында эшләп алдым, яңы йырҙар ижад итеп, республикабыҙҙың танылған йырсылары менән гастролдәргә сыҡтым. Әйткәндәй, Ишембай районында ла гастролдәр менән булырға тура килде. Һеҙҙең район тамашасыһы ябайлығы, ихласлығы менән тәүҙән үк күңелде арбаны. Ҡала мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу буйынса тәҡдимгә икеләнмәйсә риза булдым.
- Үҙегеҙгә репертуар һайлағанда нимәгә иғтибар итәһегеҙ?
- Мин ниндәй генә эшкә тотонһам да, уны еренә еткереп башҡарыу яҡлы. Мәғәнәле шиғыр юлдары эҙләү, уға көй яҙҙырыу - эштең күҙгә күренгән өлөшө генә. Күп сығымдар талап итһә лә, сифатлы аранжировкалар эшләтергә тырышам. Сөнки йыр бер халыҡ хөкөмөнә сыҡһа - ул, йә оҡшай, йә юҡ, йә популяр булып китә, йә онотолоп ҡала, тигәндәй. Ҙур хеҙмәт һалынған ижад емешемә еңел-елпе ҡарай алмайым, уны яҡшы итеп эшләргә тырышам. Дөйөмләштереп әйткәндә, беҙгә башҡорт эстрадаһын күтәрерлек кадрҙар кәрәк. Башҡортостанға яңы Юлъякшиндар кәрәк.
- Йырсы булыу өсөн талант кәрәк тибеҙ. Әммә бер ниндәй ҙә дәрес алмайса, тыумыштан матур йырлаған йырсыларыбыҙ бар, әйтәйек мәшһүр Абдулла Солтанов. Шул уҡ ваҡытта, юғары уҡыу йорттары, академиялар тамамлап, тауыштары менән әллә ни айырылып тормаған йырсылар ҙа юҡ түгел. Шулай уҡ бала сағында йырға маһирлығы бик һиҙелмәгән, бәлки оялыуы арҡаһында сәхнәгә сыҡмай ҡалған, ә олоғайғас таланты асылып йырлай башлағандар ҙа байтаҡ.
- Һеҙ, вокал уҡытыусыһы булараҡ әйтегеҙ әле - йырларға өйрәнеп буламы?
- Кеше, әгәр тырышлығы булһа, бар һөнәргә лә (ә йыр ул - һөнәр) өйрәнә ала, тигән фекерҙәмен. Күренекле француз яҙыусыһы һәм философы Бернар Вербер әйтмешләй, тормошта өс шарт бар - талант, уңыш һәм хеҙмәт. Шуларҙың икеһе һиндә булһа - уңышҡа өлгәшергә була. Йырсы булыр өсөн, тәбиғәттән бирелгән һәләттән тыш, тырышлыҡ та булырға тейеш. Үҙ эшен яҡшы белгән педагог менән шөғөлләнеү, көндәлек күнекмәләр мотлаҡ үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Бәрәкәтле эшләгәндә, ярты йыл эсендә тауыш ҡуйып, уҡыусыны ҙур сәхнәгә сығарырлыҡ уҡ булмаһа ла, табында йырлатырлыҡ кимәлгә еткерергә була. Унан тыш, ҡыйыулыҡ, үҙеңә ышанғанлыҡ тойғолары ҡамасау итмәйәсәк, параллель рәүештә был өлкәлә лә эшләү зарур.
- Тимәк, үҙ эшен белгән педагог - уңыштың яртыһы?
- Әлбиттә, тәүге аҙымдарҙы педагог һала. Халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыу өлкәһендә башланғыс белемдәрҙән тыш, дөрөҫ тын алыу алымдары, интонация, тауыш таҙалығы, дикция өҫтөндә эшләү, тауыш диапозонын киңәйтеү, уҡыусының йәшенә, енесенә ҡарап вокал йөкләмә бирә белеү - педагогтың төп бурысы.
- Рәфис Фирғәт улы, һеҙ был һүҙҙәрҙе әйткәндә, районыбыҙҙың үҙешмәкәр артистары, мәҙәниәтебеҙ өсөн бөтмәҫ шатлыҡ тойғоһо солғап ала. Гәзит уҡыусыларға тағы ла ниндәй әйтер теләктәрегеҙ бар?
- Йырларға өйрәнеү бер ҡасан да һуң түгел, тип әйтәһем килә. Көн һайын, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында 10.00-15.00 сәғәттәрҙә тыңлауҙар алып барам. 10 йәштән 35 йәшкә тиклем йырларға өйрәнергә теләүселәрҙе 60-сы кабинетта көтөп ҡалам. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы социаль селтәрҙәрҙә бирә алаһығыҙ. Хыял бар икән - тимәк уны тормошҡа ашырырлыҡ потенциал да - ул һеҙҙә бар, тырышлыҡ ҡына кәрәк!
Читайте нас: