Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2017, 01:12

Кино сәнғәтен үҙләштерәсәк

Ишембай ҡыҙы Динара Әбдрәшитова Рәсәй кинорежиссеры Никита Михалковтың кинематография һәм театр сәнғәте академияһында уҡыясаҡ.

Ишембай ҡыҙы Динара Әбдрәшитова Рәсәй кинорежиссеры Никита Михалковтың кинематография һәм театр сәнғәте академияһында уҡыясаҡ.


Яҡташыбыҙ баһалама ағзаларына ижади эшен тәҡдим итеп, Мәскәүҙә әңгәмәләшеүгә саҡырылған. Хәҙер ҡыҙ “Кино һәм телевидение режиссураһы” һөнәре серҙәрен үҙләштерәсәк. Быға тиклем “Айназ” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильмда режиссер булараҡ тәжрибәһе булған ҡыҙ ҡалабыҙҙың 2-се Башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Санкт-Петербургта режиссерҙар һәм сценарий яҙыусыларҙың юғары мәктәбен бөткән.
Читайте нас: