“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында бәләкәстәр менән осрашыуҙар, байрамдар йыш булып тора.
Күптән түгел ҡала һәм районыбыҙҙың ағинәйҙәре ҡатнашлығында тағы ла бер фәһемле сара үтте. Тәүҙә бәләкәстәр Роза Байымова, Рәйлә Ҡолмырҙина, Сәкинә Дәүләтшина, Сәбилә Ҡорбанғәлиева инәйҙәрҙең иҫ киткес матур милли кейемдәренә, сулпыларына һоҡланһа, аҙаҡ сығыштарын да күңел һалып ҡараны. Ағинәйҙәр уларға мандолинала уйнап халыҡ ижадынан “Саҡ менән Суҡ” бәйетен башҡарҙы, уның йөкмәткеһен һөйләп ишеттерҙе. Башҡорттарҙың боронғо тормошо, баланы сәңгелдәккә һалып бәүеткәндә башҡарған йырҙарҙы көйләү ҙә балалар күңеленә хуш килде. Халыҡ йырҙарын да, таҡмаҡтарҙы ла башҡарҙылар, бәләкәстәр хатта үҙҙәре лә бейергә төшөп китте.
- Бер кеше дин әһеленән “Баланы ҡасан тәрбиәләй башларға?” тип һорағас, “бала тыуырҙан 100 йыл элек” тигән яуап ишеткән. Тимәк, баланың ата-әсәһе генә түгел, ә олатай-өләсәйҙәре лә тәрбиәле булырға тейеш. Йәш быуынға ата-бабаларыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыларын - йырҙарын, бәйеттәрен, бейеүҙәрен, йолаларын, милли кейемдәрен күрһәтеү маҡсатында ошондай осрашыу ойошторолдо, - тип һөйләне Рәйлә инәй Ҡолмырҙина.
Был сара балаларға телебеҙҙең, халыҡ ижадының ни тиклем бай булыуын тағы ла бер тапҡыр аңлатты.