Матбуғат
22 Октября , 08:00

Изге эш хәйерле булһын!

«Изге подписка» акцияһы сиктәрендә 3-сө мәктәп директоры, Ишембай ҡалаһы Советы рәйесе, ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, Ветерандар советы рәйесе Салауат Солтанморатов үҙенең дуҫы — бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ватан һаҡсыһының әсәһенә «Торатау» гәзитенә яҙылыу бүләк итте. Салауат Ғәфүр улы был изге ғәмәлде йолаға әүерелдереп, йыл һайын даими башҡара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге эш хәйерле булһын!Изге эш хәйерле булһын!
Изге эш хәйерле булһын!

— Ир-егеттәребеҙ яу ҡырында Ватан ҡалҡаны булып торғанда уларҙың яҡындарына иғтибар һәм ярҙам күрһәтеү — беҙҙең изге бурысыбыҙ, — ти Салауат Ғәфүр улы. — Фәнир — минең класташым да, өс туған ағайым да. Бала саҡтан бергә дуҫ булып үҫтек. Хеҙмәттән ялға ҡайтҡан һайын мотлаҡ күрешеп торабыҙ. Әле яңыраҡ ҡына алғы һыҙыҡҡа юлланды. Уның иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуын теләйем. Рима апай ҡала һәм район яңылыҡтарын, тыуған төйәге тын алышын һәр ваҡыт үҙ гәзите аша белеп барһын.

Шулай уҡ Салауат Солтанморатов үҙе етәкселек иткән 3-сө мәктәп коллективының да йыл һайын «Торатау» гәзитенә дәррәү яҙылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҙылыу барышында депутат барлыҡ Ишембай халҡын, предприятие һәм ойошма етәкселәрен ошо изге акцияға ҡушылырға һәм оло йәштәгеләргә, мохтаждарға Яңы йыл бүләге яһарға саҡырҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас