Матбуғат
14 Октября , 09:00

Ағинәйгә "Торатау" гәзитен бүләк итте

“Изге подписка” акцияһына Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко ихлас ҡушылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағинәйгә "Торатау" гәзитен бүләк иттеАғинәйгә "Торатау" гәзитен бүләк итте
Ағинәйгә "Торатау" гәзитен бүләк итте

Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы Юлдаш ауылында йәшәүсе һуғыш осоро балаһы Нәҡиә Дауытоваға киләһе ярты йылға "Торатау" гәзитен яҙҙыртты. Нәҡиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ул бәхетле әсәй, өләсәй, ҡарт өләсәй. Шиғыр яҙырға ла маһир икән. "Илһам килгәндә төнөн дә тороп ултырып шиғыр яҙам", - ти ул. Үҙ шиғырҙарында Нәҡиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ауыр һуғыш йылдарын, бала сағын сағылдыра.

Юлдаш ауылы ағинәйенә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ, ә Сәлимә Алтынтимер ҡыҙына афарин тибеҙ!

Ағинәйгә "Торатау" гәзитен бүләк итте
Ағинәйгә "Торатау" гәзитен бүләк итте
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас