Матбуғат
2 Октября , 07:00

Күңел һәр саҡ йәш!

Ҡаланың аҫыл биҙәге булған Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең «Аманат» башҡорт фольклор коллективы «Торатау» баҫмаһына киләһе йылға яҙылыуға дәррәү ҡушылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңел һәр саҡ йәш!Күңел һәр саҡ йәш!
Күңел һәр саҡ йәш!

Репетицияға килгән артистар редакция журналистарын милли кейемдәрҙә ҡаршылап, музыка ҡоралдарында дәртле уйнап һәм бейеп күрһәтте. Әйткәндәй, «Аманат» коллективы менән беҙ яҡындан танышбыҙ – бешкән ер еләгендәй һылыу апайҙар баҫманың 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған таҡмаҡтар конкурсында ҡатнашҡайны.

Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тиҙәр. «Торатау» гәзитенең баш мөхәррире Гөлназ Ғиниәтуллина апай-ағайҙарҙы Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлап, мәҙәни мираҫты һаҡлауға тос өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. «Аманат» башҡорт фольклор коллективы 2018 йылда барлыҡҡа килгән, бөгөн уны Регина Төхвәтуллина етәкләй. Халыҡ ынйыларын тамашасыға бүләк иткән апайҙар – Клара Мортазина, Нәғимә Халиҡова, Фәнүзә Ишҡолова, Рәшиҙә Зөбәйҙуллина, Мәрүә Сафиҡанова, Зөһрә Йосопова, Тәнзилә Иркәбаева, Роза Байымова, Тимербикә Татлыбаева, Миләүшә Кәримова һәм Рада Бәширова – ысынында ҡалабыҙ йәме һәм ҡото. Аңлатып әйтергә кәрәк, шулай уҡ коллективтың яртыһы «Умырзая» милли музыка ҡоралдары төркөмөндә шөғөлләнә. Апайҙарҙың кеме – мандолинала, кеме ҡумыҙҙа уйнай. Уларға гармунсы Самат Халиҡов һәм баянсы Өлфәт Ҡотлобаев та ҡушыла.

Клара Ғирфан ҡыҙы өлкән апайҙары булараҡ, һәр кем менән халыҡ ижады өлкәһендәге белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша, коллективта шөғөлләнергә йәштәрҙе ылыҡтыра. Иң йәштәре Раданы ла тап ул саҡырып килтергән.

- Минең Сажиҙә инәйем, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның бер туған апаһы, бейеүгә бик һәләтле булды. Бәләкәй саҡтан уға ҡарап һоҡлана торғайным. Э-эх, ошолай өҙҙөрә баҫа белһәң икән, тип күҙем ҡыҙа ине. Уның иң һуңғы сығышы «Байыҡ» конкурсында булды. Ғәжәп, шул тиклем һөнәренә ғашиҡ кеше ине. Хатта баҡыйлыҡҡа күсер алдынан да ҡулдары менән бейеү хәрәкәттәре күрһәтеп ятты. Ә бөгөн мин «Аманат» коллективының тын алышын тойоп, халыҡ ынйыларының серҙәренә төшөнөп, бәхетле ғүмер итәм, - тип ихлас уртаҡлашты Рада Бәширова.

Рәшиҙә Зөбәйҙуллина менән Фәнүзә Ишҡолова – класташтар. Улар ҡаланың 2-се интернатында 5-се кластан алып бергә уҡығандар һәм бер бүлмәлә йәшәгәндәр. Апайҙар туғанлашып бөткән, тиһәң дә була. Рәшиҙә апай тәүҙә «Аманат» коллективын ситтән күҙәтеп йөрөй, сағыу сығыштарын ҡыҙыҡһынып ҡарай.

Артабан үҙе лә ошонда шөғөлләнергә дәрт итә. Тора-бара класташы Фәнүзә апайҙы ла дәртләндерә. Бына ошолай бер ҙур һәм татыу ғаилә булып йәшәй «Аманат» башҡорт фольклор коллективы.

Розалиә ТӨХВӘТУЛЛИНА фотолары.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас