Төркөмдәштәр араһында "Минең яратҡан баҡсам" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ. Бөгөндән алып 17 августҡа тиклем һеҙҙән баҡсағыҙҙа үҫтергән йәшелсә-емешле фотолар көтәбеҙ.
Беҙҙең фотоконкурсҡа ихаталарында матур итеп гөл-сәскәләр үҫтереүсе тырыш хужалар ҙа ҡушыла ала. Әлеге мәл ниндәй сәскәләр һөйөндөрә баҡсағыҙҙа? Ихатағыҙҙа үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән матурлыҡты беҙ ҙә күрәйек!
Үҙегеҙ менән таныштырып яҙырға ла отонмағыҙ. 18-24 августа төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ.
Еңеүсегә редакциябыҙҙың махсус бүләген тапшырып, гәзит биттәрендә баҡсанан мул уңыш алыу серҙәре тураһында әңгәмә ҡорорбыҙ.
Еңеүсе шулай уҡ “Беҙҙең Башҡортостан” төркөмөндә үтәсәк конкурстың республика этабында ҡатнашасаҡ.
Һеҙҙән фотолар көтөп ҡалабыҙ!