

25 июндә «Торатау» гәзитенең 25 йыллыҡ юбилейын үткәрҙек. Баҫмаға яҙылып, байрамға квитанцияларын тотоп килеүсе яҡташтар араһында иҫтәлекле бүләктәр отторҙоҡ.
Шуларҙың береһе, Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе «Торатау» гәзитенең күптәнге дуҫы, 87 йәшлек Нурия Насырова электр ит үткәргес отто. Нурия Арыҫлангәрәй ҡыҙы гәзиткә даими яҙылып бара.
- Туған телдә сыҡҡан «Торатау» гәзитенә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Уны һәр ваҡыт көтөп алам, сыға башлағандан уҡ алдырам һәм һәр битен баштан аҙағынаса уҡыйым. «Торатау»ҙа махсус биттәр, мауыҡтырғыс хикәйәләр, төрлө файҙалы яҙмалар менән танышам, өлгөлө, матур йәшәгән эшһөйәр ғаиләләр тураһында уҡып һоҡланам. Бөтә Ишембай яңылыҡтарын ошо баҫма аша белеп торам. Быға тиклем бүләк отҡаным юҡ ине, уның өсөн ҙур рәхмәт. «Торатау» гәзите тик
яҡшы хәбәрҙәр генә алып килһен, донъяларыбыҙ тыныс булһын, - тип изге теләктәрен еткерҙе Нурия инәй.
Гәзиткә яҙылып, бүләк отоусылар араһында Раҡиә Хәбил ҡыҙы Шәрипова ла бар – ул электр сәйнүге отто.
- Үҙем Байғужа ауылы ҡыҙымын, 45 йыл ҡырҙа йөрөп, 2016 йылда тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Бөгөнгө көндә Байғужа ауылында өс йыл ағинәйҙәр төркөмөн етәкләйем. Гәзиткә килгәндә, уҡыусылары кәмемәһен, күп һанлы яҙылыусылары булһын, тип теләйем. Ауыл тормошо, халыҡтың эш мәшәҡәттәре, мәҙәниәтебеҙ һәм йолаларыбыҙ тураһында күберәк белге килә, - тине Раҡиә Хәбил ҡыҙы. - Гәзиткә яҙылып, бүләк отоу һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уяталыр. Мин дә квитанциямды редакцияға алып килеп теркәнем һәм уңыш йылмайҙы. Ә инде «Торатау» гәзите хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, яңы үҫештәр теләп
ҡалам.
Ҡолғона ауылынан Гөлсинә Ғөбәйҙуллина ла буш ҡул ҡайтманы – уның бәхетенә электр плиткаһы эләкте.
- Район гәзитен элек-электән алдырам, яратып уҡыйым. Бөтә яңылыҡтарҙы уның аша белеп торабыҙ. Ҡолғона мәҙәниәт үҙәге мөдире булараҡ гәзитте эштә лә файҙаланырға тура килә. «Торатау»ҙың киләсәге яҡты, ғүмере оҙон булһын, яҡташтар яҙылһын, уҡыһын! Үҙемдең коллективты ла гел яҙылырға өгөтләп торам, - тип уртаҡлашты Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы. – Редакцияла шул тиклем матур, уңған ҡыҙҙар эшләй, һәр береһе менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Юбилей кисәһенә барып, һеҙгә тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡайттыҡ! Күпме яҡташтарға бүләктәр биреп шатландырҙығыҙ. Ҡунаҡтарҙың сығыштарын ҡарап, фекерҙәрен тыңлап һөйөндөк. Беҙҙең «Һандуғас» вокал ансамбле таҡмаҡ конкурсында өсөнсө урын алыуына ныҡ ҡыуандыҡ. Шөкөр, «Торатау»ға яҙылып, өсөнсө тапҡыр бүләкле булдым. Тәүге
тапҡыр һуған орлоғо, былтыр кувшин оттом, быйыл бик кәрәкле электр плиткалы булдым бит әй!
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, киләһе уйындарыбыҙҙа ла ҡатнашығыҙ һәм матур бүләктәр отоғоҙ!