

Журналистика, ғөмүмән, мауыҡтырғыс һөнәр. Ул белемде даими камиллаштырыуҙы, грамоталы булыуҙы талап итә, кешеләр менән аралаша белеү ҙә мөһим.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыған саҡта тәүге яҙмаларым район гәзитендә баҫылып сыҡты. Уҡытыусым Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева менән берлектә беҙ, бер төркөм әүҙем гимназистар, мәктәп гәзитен дә сығара инек. Тап шул саҡ күңелемдә журналистика һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уянғандыр ҙа инде. 2009 йылда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып, ҡулға аттестат алған көндө гимназиябыҙ директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин һәр беребеҙҙе үҙ бүлмәһенә һөйләшеүгә саҡырҙы. Уның әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре менән беҙ, мин һәм Маҡар ауылынан класташым Гөлгөнә Атауллина, Өфөгә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына документтарҙы алып барып тапшырҙыҡ. Шулай итеп икебеҙ ҙә Гөлнур Шамил ҡыҙы биргән белем, Әлфис Ғаяз улы фатихаһы менән студент булып киттек. Беренсе курс һиҙелмәй ҙә үтеп китте, практика үтеү өсөн элекке класташым, хәҙерге курсташым Гөлгөнә менән тыуған ҡалабыҙҙың “Торатау” гәзите редакцияһы ишеген шаҡып индек. Беҙҙең менән икенсе курсты тамамлаған Әхмәр ауылы ҡыҙы Гөлназ Хәйбуллина ла бар ине.
Коллектив йәш ҡыҙҙарҙы шатланып ҡабул итте. Көн дә иртән редакторыбыҙ Вәдүт Ғайфулла улы Исхаҡов кабинетында йыйылышып, яңылыҡтарҙы барлап, һәр кем
йөкләмә ала ине.
Яуаплы сәркәтип Гүзәл Рәшит ҡыҙы Заһиҙуллина беҙҙе, журналистикала тәүге аҙымдарын яһаусы ҡыҙҙарҙы, үҙ ҡанаты аҫтына алды. “Ҡыҙҙар, ошо мәҡәләне тәржемә итеп ҡарағыҙ әле. Был мәҡәләне үҙгәртеп төҙәтергә кәрәк,” - тип беҙгә эш рәтен өйрәтте, яҙған мәҡәләләребеҙҙе үҙе матурлап ебәрә ине. Белемле, тыныс, яғымлы ғына һөйләшкән Гүзәл Рәшит ҡыҙы өсөбеҙгә лә остаз булды. Беҙгә генә түгел, район гәзитендә ҡәләм тирбәтә башлаусы күпме йәштәргә журналистикаға юл асҡан ул.
Гүзәл Рәшит ҡыҙы 1980 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институты филология факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлап, “Восход” гәзите редакцияһында тәржемәсе булып эш башлай. Ул ваҡытта Зөфәр Тимербулатов редактор була.
- Зөфәр Мөхтәр улы мине хәбәрсе эшенә ылыҡтырҙы, журналистикаға юл күрһәтте. Шулай итеп мин яҙмышымды ошо һөнәр менән бәйләнем. Клара Абдулхаҡ ҡыҙы Аҡҡолова рус гәзитен башҡортсаға тәржемә итеү эшен өйрәтте. Иң ауыры типографияла гәзит сыҡҡансы, баҫылғансы эштән бушап булмауы ине. Иртәнге биштәр ҙә булып китә торғайны. Иртәгәһенә тағы эшкә. Артабан гәзит Стәрлетамаҡ типографияһында баҫыла башланы. Эш тағы ла ҡатмарлашты, - тип иҫкә ала Гүзәл Рәшит ҡыҙы.
2001 йылда “Торатау” гәзите үҙаллы баҫма булараҡ асылғас, уның тәүге мөхәррире Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопова Гүзәл Рәшит ҡыҙын үҙ коллективына эшкә саҡыра.
- Иҡтисад һәм сәнәғәт бүлегендә эшләй башланым. Ҡала предприятиеларында йыш булырға, етәкселәр менән уртаҡ тел табырға тура килде, башҡорт гәзитен һанға һуғырға өйрәнделәр. Хаят Сәғит ҡыҙы төп редакторым булды, тип әйтер инем. “Торатау” гәзитен абруйлы, халыҡсан итеүҙә уның роле ҙур булды. Баш мөхәррир урынбаҫары Гөлнур Дәүләтйәрова гәзитте йәнләндерергә ҙур хеҙмәт һалды. Тора-бара алтаҡталарҙы башҡортсаға тәржемә итеү эше беҙҙең редакцияға тапшырылды. Вәдүт Ғайфулла улы Исхаков редактор булғас, компьютерҙа эшләүҙе талап итте, текстарҙы үҙебеҙ йыя башланыҡ. Ул талапсан етәксе ине. Заманса эш талаптары ҡуйҙы. Йәштәр ыңғайына эшләү сыныҡтырҙы, тонус бирҙе, - тип ихлас иҫкә ала Гүзәл Рәшит ҡыҙы.
Гүзәл апайҙың эшкә мөкиббән бирелеп эшләүе, һис шикһеҙ, уның ғаиләлә алған тәрбиәһенән килә. Атаһы Рәшит Фәррәх улы Ноғоманов тарих уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар Этҡол ауылы мәктәбенең директоры була. Әсәһе Минира Әбделхай ҡыҙы Ибраһимова ошо уҡ мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ноғомановтар Этҡол ауылының белемле, абруйлы ғаиләһе. Әле булһа уларҙы ауыл халҡы хөрмәтләп иҫкә ала. Гүзәл апай үҙе бәләкәйҙән табип булыу хыялы менән яна. Әммә 10-сы класты тамамлағас, йә уҡырға инә алмай, атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереп ҡуйырмын тип, Стәрлетамаҡ ҡалаһының педагогия институтына юллана. Һөҙөмтәлә, йылдар үткәс, Гүзәл апайҙың ата-әсәһе “ҡыҙыбыҙ редакцияла эшләй” тип ғорурланып һөйләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров 2000-се йылдар башында Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры булған ваҡытта Гүзәл Рәшит ҡыҙы унан да интервью ала.
- “Торатау”ға эшкә урынлашҡас та яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин һәм алдынғы колхоз рәйесе Миңлеғәлим Хәйбуллиндан интервью алырға тура килде. Уларҙың әйткән һүҙҙәре ғүмерлеккә иҫтә ҡалды. “Тормош булғас, еңел генә үтмәй, ауырлыҡтар ҙа осрар. Шул ауырлыҡтарҙы еңергә, бирешмәҫкә өйрән”, - тине Ибраһим Ғиззәтуллин. Миңлеғәлим Хәйбуллиндан интервью алырға барғанда мине баҫыуға комбайндың штурвалына ултыртып алып сыҡтылар. Ул комбайн юлдан төшкән саҡта ҡурҡыуым! Шул саҡта баҫыуҙа комбайнсыларҙың тәмле аштары, йомро икмәктәре әле лә хәтерҙә. “Һин әле саҡ хеҙмәт юлын башлайһың, төрлө ваҡыттар булыр, тик хеҙмәтеңде яратып, унан һәр ваҡыт йәм табып эшлә,” - тине миңә Миңлеғәлим Хәйбуллин. Шул ике кешенең әйткәндәрен ғүмерҙә лә онотманым. Мәрхүм журналистар Мөҙәрис Багаев,
Буранғол Ғәлин менән бер кабинетта ултырып эшләргә тура килде. Яҡшы кешеләр булдылар. Фотохәбәрсе Юрий Абакшин, хәбәрсе Анатолий Корягин, йыйыштырыусы Разия Дусалина һәр ваҡыт иҫтә. Редакция коллективы берҙәм, татыу булды. Гөлнур Дәүләтйәрова, Рәсимә Фәтҡуллина, Фирүзә Ишкинина, Эльвира Әлмөхәмәтова, Гөлсинә Хөснуллина, Резеда Шәнгәрәева, Гүзәл Янбаева, Гөлназ Ишембаева менән бергә эшләгән йылдар матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Ярҙамсыларыбыҙ ҙа күп булды: Фәүзиә апай Маннанова, Түрйән ағай Вәлитов, Рәфҡәт Тимербулатов, Юнир Тимербулатов. Редакцияға килгән һәр кемде Гөлнур Дәүләтйәрова йүгереп йөрөп сәй эсерә торғайны. Әлеге көндә, юбилей йылында “Торатау” гәзите редакцияһы коллективы ижади, көслө йәштәр менән тулыланған. Уларға уңыштар теләйем!
Гүзәл апай хаҡлы ялда булһа ла, редакция менән бәйләнеште өҙмәй, осрашып, үткәндәрҙе иҫкә алып оҙаҡ һөйләшеп ултырабыҙ. Ваҡытында Ибраһим Ғиззәтуллин менән Миңлеғәлим Хәйбуллиндың әйткән һүҙҙәре уға маяк булған кеүек, бөгөн Гүзәл Рәшит ҡыҙының өгөт-нәсихәттәре беҙгә ярҙам итә.
Фотолар редакция архивынан.