Матбуғат
14 Июня , 08:00

“Торатау”ҙан “Башҡортостан”ға юл алдым

Минең 12 йыл ғүмерем “Торатау” гәзите менән бәйле. Был гәзиткә килеүем дә уйламағанда килеп сыҡты.

“Торатау”ҙан “Башҡортостан”ға юл алдым“Торатау”ҙан “Башҡортостан”ға юл алдым
“Торатау”ҙан “Башҡортостан”ға юл алдым

Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеген тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлымды Өфөлә Башҡортостан радиоһында башланым. Тура эфирҙа эшләү нескәлектәрен, радионың үҙенсәлектәрен унда өйрәндем. Һуңынан яҙмыш ҡушыуы буйынса Ишембайға күсергә тура килде. Шулай ҙа “Юлдаш” радиоһында үҙ хәбәрсе булып ҡалдым.

2010 йылда “Торатау” гәзитендә эшләү мөмкинлеге килеп сыҡты һәм журналистиканың бөтөнәй башҡа донъяһына барып индем. Ул осорҙа Вәдүт Исхаҡов баш мөхәррир булып эшләй ине. Гәзит эше башҡа бер төрлө. Текст, фотоһүрәттәр аша гәзит уҡыусының күңеленә барып етергә кәрәк. Мәҡәләләрҙең сифатына ғына түгел, коллективты туплауға ла ҙур иғтибар бирелә торғайны ул осорҙа. Редакция коллективы үҙ эшенә яуаплы ҡараған, бер маҡсатлы хеҙмәткәрҙәрҙән тупланғайны. Шуға ла эшләүе еңел булғандыр. Редакцияла ултырып төнгә саҡлы гәзит сығарған мәлдәр ҙә булды. Шундай ваҡытта ла бер ҡасан да хеҙмәттәштәремдән зарланыу һүҙе ишетелмәне. Эшебеҙҙән һөйөнөс ала белдек.

“Торатау”ҙа 12 йыл ғүмер күҙ асып йомғансы үткән дә киткән. Мөһим сараларҙы ла ҙур яуаплылыҡ менән үтәй торғайныҡ, ябай халыҡ тормошон яҡтыртыуға ла ҙур иғтибар бирелде.

“Торатау”ҙа эшләгән осорҙа райондың бер генә ауылдарында ла булмай ҡалмағанмындыр. Хатта бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тормош-көнкүрешен, уларҙы борсоған проблемаларҙы яҡтыртыу маҡсатында махсус рубрика ла астыҡ. Коллектив менән ауылдарҙа ойошторолған осрашыуҙар ҙа хәтерҙә уйылып ҡалған. Тап ошо ауылдарға сыҡҡанда байтаҡ көслө, өлгөлө геройҙар менән таныштым. Уларҙың ҡайһылары менән бәйләнеш әлеге көндә лә өҙөлмәгән.

Балаларымдың үҫкән ваҡыты ла “Торатау”ҙа эшләгән осорома тура килде. Дәрестән һуң минең һәм башҡа хеҙмәттәштәремдең балалары редакцияға өйҙәренә ҡайтҡан һымаҡ гөрләшеп килеп керерҙәр ине лә, сәй эсеп артабан түңәрәккә йүгерерҙәр ине. Шул осор ҙа ҡәҙерле бер мәл булып хәтерҙә ҡалған.

Баҫма матбуғатҡа юлым “Торатау”ҙан башланды. “Башҡортостан”ға юлланыуымдың тәүге баҫҡысы булды Ишембай гәзите. Шуға ла “Торатау”ға рәхмәтем сикһеҙ. Шул осорҙа минең менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Уларҙы йыш ҡына һағынып иҫкә төшөрәм. Шатлыҡтарыбыҙҙы-көйөнөстәребеҙҙе бергәләп үткәрҙек.

“Торатау” гәзитен күркәм юбилейы менән ҡотлайым. Коллективҡа ижади үрҙәр, рухи ынтылыш теләйем.

Нәсих ХӘЛИСОВ фотоһы.

Автор:Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.
Читайте нас