

Йола буйынса быйыл да “Изге подписка”ны тәүгеләрҙән булып Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов башлап ебәрҙе. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарҙың ғаиләләренә “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәрен яҙҙыртты.
- Бөгөн яуҙан үҙ улдарын, ирҙәрен, атайҙарын көткән, беҙҙең иғтибарға мохтаж булған ғаиләләргә ярҙам итеү бигерәк тә мөһим, - тип билдәләне Азат Альберт улы. – Район баҫмалары һәр ваҡыт халыҡ эргәһендә булып, ҡалабыҙ һәм ауылдарыбыҙ тормошон яҡтыртып бара, мөһим ваҡиғалар тураһында яҙа. “Изге подписка” хәстәрлек ҡылырға ярҙам итә. Ишембайҙарҙы был акцияға дәррәү ҡушылырға өндәйем. Бер генә гәзиткә яҙылыу ҙа кешегә күңел йылыһын бирәсәк.
Республика акцияһы эстафетаһын 42-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы Сергей Ниғмәтуллин дауам итте.
- Беҙ көндәлек тормошта эргә-тирәләге кешеләрҙең беҙҙең ярҙамға мохтаж булыуҙарын күрәбеҙ. Бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләре, өлкәндәр һәм яңғыҙҙар иғтибарға лайыҡ, - тип уртаҡлашты Сергей Риф улы. – Район гәзите – ябай яңылыҡтар тупламаһы ғына түгел. Ул тыуған район, халыҡ һәм ҡала менән бәйләнеш. Беҙҙең баҫмаларҙа гәзит уҡыусыларға, телгә хөрмәт һаҡлана, дөрөҫ мәғлүмәт бирелә. Бындай акциялар сит бәлә булмауын һәм ярҙам итеү ябай ғына ҡылыҡтарҙан башланыуын иҫкә төшөрә.
“Изге подписка” акцияһында шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов, Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әминев, Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Салауат Йосопов, Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев, Маҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эльвира Иманғолова ҡатнашты.
Хөрмәтле яҡташтар! “Изге подписка” акцияһына теләге булған һәр кем ҡушылып, яҡындарына, күршеләренә, мохтаждарға район гәзитенә яҙылыу бүләк итә ала. Бының өсөн редакцияның яҙылыу бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк: Ишембай ҡалаһы, Совет урамы, 88-се йорт, 1-се ҡат. Белешмә өсөн телефон: 8 (34794) 4-11-80. Ә беҙ иһә район баҫмаһын үҙҙәренә генә түгел, башҡаларға ла яҙҙыртып, мәрхәмәтлек акцияһына әүҙем ҡушылған гәзит уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ!
Автор фотоһы.