Матбуғат
18 Мая , 09:00

Ғүмерен гәзит эшенә бағышлай

Баҫмабыҙҙа тәүге хеҙмәт юлымды башлап ебәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән элекке хеҙмәттәшем Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы Хөснуллина хаҡында яҙып үтергә булдым. Уның дөйөм эш стажы 36 йыл булһа, гәзиттә 26 йыл хеҙмәт иткән.

Ғүмерен гәзит эшенә бағышлайҒүмерен гәзит эшенә бағышлай
Ғүмерен гәзит эшенә бағышлай

2000 йылдың апрель айы... Мин “Торатау” гәзитенә тәржемәсе булып эшкә килдем. Гәзиттең редакторы Хаят Йосопова ҡайһы бүлмәлә ултырасағымды, ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген ентекле аңлатты. Ишек төбөнән үк мине яҡты йөҙ менән Гөлсинә апай ҡаршы алды. Компьютер артында бер тапҡыр ҙа ултырмаған кешене текстарҙы йыйырға өйрәтеү бер ҙә еңел түгел. Ә Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы журналистарҙың ҡулдан яҙылған мәҡәләләрен баҫып ултырыуҙан тыш, ваҡытын табып мине
лә был эшкә өйрәтеп алды. Шулай итеп дүрт ай эсендә мин “Восход” гәзитендә баҫылған мәҡәләләрҙе тәржемә итеп, уларҙы компьютерҙа йыйырға ныҡлы өйрәнеп алдым. Гөлсинә апай миңә һәр саҡ терәк-таяныс булып, кәңәштәрен биреп, эш айышына төшөнөргә ярҙам итте. Ул ваҡытҡа егерме алты йыл үтһә лә, йыш булмаһа ла, күрешеп, берберебеҙҙең хәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ.

Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһенең халыҡ йырҙарын моңло башҡарыу һәләте Гөлсинә апайға ла күсә. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ул үҙен ижади яҡтан күрһәтә. Шиғырҙар яҙа, “Звезда” район гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә була. Уның мәҡәләләре “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы” республика гәзиттәрендә баҫыла. 1974 йылда яҡшы уҡыуы һәм матбуғат баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлеге өсөн “Орленок” Бөтә Рәсәй лагерына юллама менән бүләкләнә.

Хеҙмәт юлын Гөлсинә апай Яугилде һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы булараҡ башлай. 1977 йылда ул баш ҡалабыҙҙың 14-се техник училищеһына уҡырға керә. Диплом алып сыҡҡас, Өфө моторҙар эшләү заводында токарь, контролер булып эшләй. Ҙур ғаиләлә өлкән бала булараҡ ул ата-әсәһенә, туғандарына ярҙам итергә ныҡ теләй. Ошо ҡарары һәм тырышлығы арҡаһында уның бөтә кесе һеңлеләре һәм ҡустылары ла уҡып, хыялланған һөнәрҙәренә эйә була. Ә Гөлсинә апай үҙе лә тиҙҙән цехта иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе, төркөмдөң комсоргы һәм үҙешмәкәр коллективтың ағзаһы булып тора.

Шулай ҙа Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыр өсөн, ғүмерен журналистикаға бағышларға теләй. 1984 йылда Куйбышев нәшриәт-полиграфия техникумына уҡырға керә. Бында ул профорг һәм төркөмдөң йәштәр лидеры була. 1987 йылда Гөлсинә апай “Восход” гәзитенә корректор булып эшкә урынлаша. Был вазифала һигеҙ йыл эшләй. Техник яҡтан гәзит эшенә яҡшы төшөнгән, туған башҡорт телен яҡшы белгән белемле хеҙмәткәр, үҙ бурысын сифатлы һәм һөнәри башҡарып, ҡәләм оҫталығын камиллаштырырға һәм гәзиткә мәҡәләләр ҙә яҙырға тырыша.

1995 йылда “Восход” гәзитенең дубляж варианты ябылыу сәбәпле, Гөлсинә Хөснуллинаны “Торатау” гәзитенә компьютерҙа йыйыу операторы итеп күсерәләр. Ул саҡта компьютер техникаһын туранан-тура редакцияларҙа үҙләштерәләр, һәм уларҙа бер нисә кеше генә эшләй алған. Шуға күрә тәжрибәле хеҙмәткәрҙең оҫталығы яңы баҫмала тулыһынса талап ителә.

Ул хеҙмәт иткән коллективта Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы хаҡында яҡшы, эшһөйәр, ярҙамсыл хеҙмәткәр булараҡ телгә алалар. Намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан да лайыҡлы баһалана, ул Ишембай район Советы президиумы, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса Идаралыҡ Почет грамоталары менән
билдәләнә. РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы ла. Гөлсинә апай редакцияла эшләү дәүерендә фатирлы булырға ла өлгөрә. Был юҫыҡта уға Хаят Йосопова, Эдуард
Живитченко, Елена Коннова, Елена Пенкина ярҙам итә.

- Элек гәзит линотипта, машиналар йыйылмаһында баҫыла ине. Һәр битте ҡул менән, айырым йыя инек.  Фотоһүрәттәрҙән махсус ҡорамалдарҙа клише яһаныҡ. Журналистар ручка менән ҡағыҙ битенә текст яҙып биргәндән һуң, уларҙы компьютерҙа баҫа инем. Өҫтәлдә ҡағыҙҙар өйөлөп ята торғайны. Коллективта татыу, берҙәм булдыҡ. Эшләү дәүеремдә минең менән хеҙмәт иткән һәм төрлөсә ярҙам ҡулы һуҙған Гөлназ Ишембаева (Фәхриева), Илдар Сәғәҙиев, Гөлназ Халиковаға
(Ғиниәтуллина) ҙур рәхмәтлемен, - тип иҫкә төшөрә Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы.

Һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, өләсәй булараҡ та ул ғаиләһендә ихтирам яулай. Гөлсинә апай тормош иптәше Фаат Мәҡбул улы менән Айгөл исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, уға юғары белем бирә. Ейәне Данил әле 6-сы класта, ә ейәнсәре Самира 1-се класта белем ала. Кейәүҙәре себер тарафтарында эшләп йөрөй. Гөлсинә Хәбибулла
ҡыҙы туғандарының һәм яҡындарының ышаныслы таяныс булып тора, уларға мөмкин тиклем ярҙам итә.

Гөлсинә апай менән Фаат ағай тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата, йәйен баҡсала төрлө емеш-еләктәр үҫтерә. Ә фатиры иһә гөл-сәскәләргә күмелгән.

- Редакция хеҙмәткәрҙәренә беҙҙе онотмауҙары өсөн ҙур рәхмәт. Йыл да Ололар көнөнә бүләктәр биреп ҡыуандыралар. Үткән йыл беҙҙе сәйгә саҡырып алдылар. Миңә унда күптән күрешмәгән ветеран-коллегаларым менән ихлас аралашып алыу бәхете тейҙе. Бынан тыш йыл да “Торатау” гәзитенә бушлай яҙҙырып торалар. Уның
һәр һанын көтөп алам, ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Редакция коллективына артабан да ижади уңыштар теләйем, - ти Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы.

Хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙҙең “Торатау”, “Восход” гәзиттәренә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Эйе, йылдар үтә, алмашҡа яңы быуын килә. Иң мөһиме, үҙ эшеңде намыҫ менән башҡарыу ололарҙан аманат булып ҡала килә.


Фотолар ғаилә архивынан.

Ғүмерен гәзит эшенә бағышлай
Ғүмерен гәзит эшенә бағышлай
Ғүмерен гәзит эшенә бағышлай
Ғүмерен гәзит эшенә бағышлай
Ғүмерен гәзит эшенә бағышлай
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас