Яуаптарҙы 15 июнгә тиклем ҡабул итәбеҙ.
1. Башҡорт телендә сыҡҡан “Торатау” гәзитенең тәүге мөхәррире кем булған?
2. “Торатау” гәзите үҙ аллы баҫма булараҡ ҡасан сыға башлай?
3. Ниндәй төп рубрикалар ошо көнгә тиклем һаҡланған?
4. Район гәзите редакторынан республика гәзите редакторына тиклем үҫкән журналист кем?
5. “Рух ныҡлығын һаҡлар аҡһаҡал ул,
Күҙем өҫтөндәге яҡлар ҡашым”.
Был юлдар ниндәй шиғырҙан, авторы кем?
6. Гәзитебеҙҙә С.Бәҙретдиновтың “Ҡоһор” тигән әҫәре баҫылды. Был һүҙҙең синонимын табырға һәм руссаға тәржемә итергә.
7. Гәзиттә оҙаҡ эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе атағыҙ.
8. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, “Юрматы” башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороусыларҙың береһе, “Торатау” гәзитенең редакторы кем ул?
9. Миләүшә Ҡаһарманованың афған һалдаты Ғаяз тураһындағы хикәйәһе нисек атала?
10. “Торатау” гәзитенең быйылғы ҙур еңеүе хаҡында нимә беләһегеҙ?
11. Мәктәп тормошо, уҡыусы балаларҙың ижадына арналған гәзит бите нисек атала?
12. Ниндәй ауыл халҡы “Яңы йыл бүләге” алып шатланды?
13. “Тәнҡиттең ике балаһы бар. Береһе – Сатира, икенсеһе – Юмор. Тәүгеһе тешләй, икенсеһе көлдөрә”.
Был юлдарҙың авторы - Рәсәй журналистар союзы ағзаһы, СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы, 7 китап авторы, уҡытыусы-методист. Кем ул?
14. Класта 16 бала. Инша яҙалар, тик бер Айҙар ғына яҙа алмай ултыра. Ни өсөн? Был поэманың авторы кем?
15. Иҫәп-хисап эшен яҡшы белгән, күңелендә ислам нурын йөрөткән, ауыл мәсетендә оло эш алып барған хәҙрәт кем ул?
16. Хужаларҙан күргән нужалар тураһында кем яҙған?
17. “Торатау” һәм “Ашҡаҙар” гәзиттәрендә мөхәррир булып эшләүсе журналист кем?
18. “Торатау” гәзитенең 25 йыллығына ниндәй конкурстар иғлан ителде?
19. Нимә өсөн хөкүмәт 50 млн һум аҡса бүлде?
20. Рәми Ғарипов, “Ишембай һандуғасы” тип, кемде данлай?
21. “Торатау” гәзите редакцияһы ниндәй урамда урынлашҡан һәм был урамға нисә йәш?
22. “Башҡортостан вышкаһы” нисәнсе йылда “Восход” гәзитенә әйләнгән?