

2026 йылдың икенсе яртыһына «Торатау» гәзитенә яҙылыуға ағымдағы йылдың 20 апреленән 29-ына тиклем льготалы декада иғлан итәбеҙ. Бары ошо көндәрҙә генә редакцияла баҫмаға яҙылып, 10 процентлыҡ ташламаға эйә була алаһығыҙ. Матур йолаға ярашлы, гәзиткә яҙылыусылар араһында көнкүреш техникаһы, һауыт-һаба һәм башҡа кәрәкле бүләктәр уйнатасаҡбыҙ.
Бүләк отоуҙа ҡатнашыу өсөн «Торатау» гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияның күсермәһен подписка бүлегенә тапшырырға (Совет урамы, 88-се йорт, беренсе ҡат) кәрәк. Йәки уны тышҡы ишек алдындағы аҡ ҡумтаға төшөрөргә, электрон почта (toratau@mail.ru), Бәйләнештә селтәрендәге төркөмгә ебәрергә була. Телефон номерығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ!
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон – 8 (34794) 4-11-80.
«Торатау» гәзитенә яҙылыу – ул тыуған яҡтың төп ваҡиғаларына хәбәрҙар булыуҙың дөрөҫ ысулы һәм бүләктәр отоу!