Унда ҡатнашыу өсөн:
Еңеү көнөнә арналған үҙегеҙҙең сифатлы фотоларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ. Мәҫәлән, Георгий таҫмаһы тағып төшкән йәки Үлемһеҙ полк, Еңеү паркы (мәңгелек ут, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлдәр) фонындағы һәм башҡа Еңеү көнө тематикаһын сағылдырған фотолар булыуы мөмкин. Үҙегеҙ менән таныштырырға ла онотмағыҙ.
- Конкурста йәш сикләүҙәре юҡ;
- Фотолар бөгөндән 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә;
- 1-6 майҙа махсус ҡушымта аша тауыш биреү ойоштороласаҡ.
Иң күп тауыш йыйыусы конкурстың республика этабында (7-29 май) ҡатнашасаҡ. Уның өсөн шулай уҡ редакция бүләген әҙерләнек.
#Бөйөк_Еңеү_ейәндәре