Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Март , 14:00

Һеҙҙән иншалар көтәбеҙ!

Ҡәҙерле йәш дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең өсөн матур яңылыҡ бар! Башҡортостан Республикаһында 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе һәм июль айында “Торатау” баҫмаһына 25 йыл тулыу уңайынан мәктәп уҡыусылары араһында “Минең ғаиләм” исемле иншалар конкурсын иғлан итәбеҙ.

Моғайын, һеҙҙең ғаиләлә уҡытыусылар, табиптар, ауыл хеҙмәтсәндәре, йырсылар, бейеүселәр, спортсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре барҙыр? Бәлки атайығыҙ,
ағайығыҙ махсус хәрби операцияла хеҙмәт итәлер? Белеп торабыҙ, олатайөләсәйҙәрегеҙ ҙә һеҙҙең тәрбиәнән ситтә ҡалмай, ә ихлас күңелдән халҡыбыҙҙың
йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә өйрәтә. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнһәгеҙ – ошо матур күренеш үҙе үк йөкмәткеле инша яҙырға этәргес түгелме ни? Бер һүҙ менән әйткәндә, “Минең ғаиләм” тип исемләнгән конкурс барлыҡ өлгөлө ғаиләләргә ла бағышлана.

Конкурстың талаптары: ижади эштәрҙе 20 июнгә тиклем баҫманың toratau@mail.ru электрон адресына йәки “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙгә
ебәрегеҙ. Ижади бәйгенең еңеүселәре, комиссия ағзалары баһа биргәндән һуң, июль айында билдәләнәсәк.

Автор: "Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас