Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Февраль , 13:00

МИНЕҢ ОСТАЗЫМ

Йылдар дауамында йөрәгебеҙ түрендә һаҡланып килгән йылы һүҙҙәрҙе остаздарыбыҙға еткерергә, уларға ысын күңелдән рәхмәт әйтергә ваҡыт еткәнен аңлай башлайбыҙ...

МИНЕҢ ОСТАЗЫМ
МИНЕҢ ОСТАЗЫМ

Минең дә изгелегенә игелек менән яуап ҡайтарып, алдында башым эйеп, рәхмәт әйтер кешем бар. Ул йөрәгемдә осҡон ҡабыҙған, ижадҡа һөйөү тәрбиәләгән, шәхес булып формалашыуымда мөһим роль уйнаған аҡыллы, тырыш, эшмәкәр заттарҙың береһе – Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопова. Мине генә түгел, ә Ишембай ҡалаһы һәм районының байтаҡ егетҡыҙҙарын оло тормош юлына сығарҙы.

Ә минең өсөн был юл бер бәләкәй генә осрашыуҙан башланды. Бишенсе класта уҡып йөрөйөм. Бер көн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәбиҙә апай беҙгә әкиәт яҙырға ҡушты. Ижад тигән ҡатмарлы юлға тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуым һаман да хәтеремдә. Дәртләнеп “Тауыҡ һәм себештәр” тигән, үҙемсә, бик мажаралы әкиәт яҙҙым. Уҡытыусым, әкиәтемде оҡшатып, район гәзитенә алып барырға кәңәш бирҙе.

Ул көндө өйөбөҙгә шатлығымдан оса-ҡуна ҡайттым. Иртәгәһен атайым менән Ишембайға юлландыҡ. Редакция ишеген ҡаушап, тулҡынланып асып индем. Ә унда ҡаурый ҡәләм тоторға баҙнат иткән бәләкәй генә баланы бик ихлас ҡабул иттеләр! Хаят Сәғит ҡыҙының хөрмәтләп кабинетына саҡырыуы, ипләп кенә һөйләшеүе, дәртләндереп әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре, гүйә иңдәремә ҡанат ҡуйҙы. Уйлап ҡараһаң, редактор һынлы редактор, бала менән бер телдә фекерләшһен әле! Тап шул көндө мин ижад донъяһына аяҡ баҫтым.

Һуңынан, юғары уҡыу йортонда белем алғанда, аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре «Торатау» редакцияһына алып килде. Һис һүҙһеҙ, Хаят Сәғит ҡыҙы мине эшкә алды һәм беренсе көндән гәзит сығарыу серҙәренә генә түгел, ә дөйөм йәшәйеш ҡанундарына ла өйрәтә башланы, тип әйтһәм дә һис яңғылышмам. Ул ваҡыттарҙа Хаят Сәғит ҡыҙы “Торатау”ҙы айырым гәзит булараҡ сығарыу эше менән мәшғүл ине. 2001 йылдың уртаһында ул был маҡсатына өлгәште, һәм уның етәкселегендә беҙ бик матур, берҙәм коллектив булып тупландык.

Редакция хеҙмәткәрҙәренә заманса йыһазландырылған кабинеттар, компьютерҙар булдырыуға ла өлгәште ул. Бынан тыш, йыл һайын гәзиткә яҙылыу осоро тамамланғас, яратҡан гәзит уҡыусыларыбыҙҙы йыйып, республикабыҙҙың сағыу эстрада йондоҙҙары менән бергә Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында “Торатау-шоу” байрамдарын ойоштороуы ла яҡты хәтирә булып күңелдә һаҡлана.

Остазым Хаят Сәғит ҡыҙы хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһының 4-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлаһа ла, күңел талабы уны 1982 йылда Ишембай ҡалаһы һәм районының “Восход” гәзитенә алып килә. Ошо көндән хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул гәзиттән айырылмай.

Бынан тыш, 1991-1995 йылдарҙа Ишембай ҡала Советы депутаты, 1993-1995 йылдарҙа Ишембай ҡала Советы рәйесе урынбаҫары булараҡ та ҡала һәм районыбыҙҙың ижтимағисәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Хаят Йосопова 1989 йылда Ишембай районында “Юрматы” башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороусыларҙың береһе була һәм алдынғы ҡарашлы яҡташтарыбыҙ менән бергә
Ишембай ҡалаһында башҡорт гимназияһын, башҡорт балалар баҡсаһын, башҡорт китапханаһын, башҡорт мәктәбен астырыу өсөн бар көсөн һала.

Шул мәлдәрҙә яҡташыбыҙ Ишембай Аҡбирҙиндың бүләһе Наил Хәйруллин һәм «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, абруйлы яҙыусы Булат Рафиҡов башлап ебәргән “Башҡорт ырыуҙары” хәрәкәтенә ҡушыла. Ошо йүнәлештәрҙә эштәрҙең барышын яҡтыртҡан мәҡәләләре даими рәүештә “Торатау”, “Восход” гәзиттәрендә донъя күрә. 1995 йылда 1-се һәм 2002 йылда 2-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайлана. Уның туған халҡы, яҡташтарының киләсәге өсөн алып барған фиҙаҡәр
хеҙмәте лайыҡлы баһалана: 1999 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелә. Шулай уҡ, Башҡортостан
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Почет грамоталары менән даими бүләкләнеүе лә уның заманыбыҙҙың күренекле эшмәкәре булыуы тураһында һөйләй.

Хаят Сәғит ҡыҙының Рәсәй Дәүләт Статистика комитетының “2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” Почет билдәһе, башҡорт Википедияһын мәҡәләләр менән тулыландырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнеүе остазымдың киң эрудициялы, күренекле шәхес булыуын билдәләй.

Хаят Йосопова бөгөн дә йәш сағында баҫҡан оло юлдан тайпылмай, байтаҡ йылдар Ишембай ҡалаһының Ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләп, үҫеп килеүсе йәш быуынға тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ тураһында мәғлүмәт еткереү, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында янып йәшәй. Ул етәкләгән ижтимағи
коллектив мәктәптәргә, башҡа мәҙәни учреждениеларға осрашыуҙарға йөрөй, йәш быуынға фәһемле һабаҡтар бирә. Хаят Сәғит ҡыҙы тормош иптәше Мөхәммәт Рәшит улы
менән өс бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Әлеге ваҡытта Ғәзиз, Зәлифә һәм Юлдаш Өфөлә йәшәй һәм баш ҡаланың ижтимағи даирәһендә әүҙем ҡатнаша. Ғәзиз — пресса хеҙмәте белгесе, Зәлифә - табип, Юлдаш - ғалим, тарих фәндәре кандидаты. Мөхәммәт ағай менән Хаят апайҙың тупылдатып һөйөрлөк туғыҙ ейән-ейәнсәре бар. Хаят Сәғит ҡыҙына һәм уның ғаиләһенә сәләмәтлек, һәр яҡлап уңыштар теләйем.

Һоҡланырлыҡ, маҡтанырлыҡ остазым бар минең! Уның хәстәрлекле күҙәтеүе аҫтында журналистика мәктәбе аша үткән һәр баланың тормош тип аталған даръяла үҙ урынын тапҡанына ла шаһитмын. Уларҙың барыһы ла хәҙер инде республикабыҙҙа күренекле шәхестәр. Шуға ла һәр беребеҙ Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопованың талапсан, үткер, ғәҙел “мәктәбе” аша үтеүен һис кенә лә онотмай, бергә осрашҡанда ҡайта-ҡайта шул мәлдәрҙә булған ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә ваҡиғаларҙы хәтерләргә яратабыҙ.

МИНЕҢ ОСТАЗЫМ
МИНЕҢ ОСТАЗЫМ
МИНЕҢ ОСТАЗЫМ
Автор: Роза ХИСАМОВА. 2000-се йылдарҙа «Торатау» гәзите хәбәрсеһе.
Читайте нас