Хөрмәтле яҡташтар, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, ошо көтөп алынған тантаналы ваҡиғаға өлгәшеүҙә һеҙҙең дә тос өлөшөгөҙ бар. Рәхмәт, һеҙ беҙҙең менән һәр саҡ бергә булдығыҙ!
Сағыу ваҡиға уңайынан беҙ, ҡәҙерле дуҫтар, «Торатау» баҫмаһына бағышланған таҡмаҡ бәйгеһен иғлан итәбеҙ. Районыбыҙҙа һүҙгә отҡор, күҙгә үткер, үҙе сос таҡмаҡсылар юҡ түгел. Конкурста еңеүселәрҙе «Торатау»ҙың юбилей айында билдәләп бүләкләйбеҙ. Ҡайһы ауылдың таҡмаҡсыһы иң шәбе икән? Бәлки ул бөтөнләй ҡаланыҡы булып сығыр? Әйҙәгеҙ, башланыҡ!
Конкурстың шарттары: таҡмаҡты «Торатау» гәзитен тотоп төшкән фото менән һалыу, видео форматы ла ҡабул ителә. Баҫмаға бағышланған эштәрегеҙҙе июль айына тиклем ҡабул итәбеҙ.
Фото редакция архивынан. 2018 йыл.