ХХ быуаттың 30-сы йылдарында республикабыҙҙа халыҡтың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, милли йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында район гәзиттәре нәшер ителә башлай. Шул мәлдә танылған башҡорт яҙыусыһы Али Карнай Ишембай (элекке Маҡар) районына махсус рәүештә гәзит асыу өсөн ебәрелә. 1930 йылдың апрелендә «Алға» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Шулай уҡ Али Карнай етәкселегендә Ишембай нефть эҙләүселәр ҡасабаһында ла «Башҡорт вышкаһы» гәзите сығарыла башлай.
Әммә заманалар үҙгәреше мәлендә милли матбуғат та үҙгәрештәр кисерә һәм башҡорт баҫмалары рус телендә нәшер ителгән гәзиттәрҙең туранан-тура күсермәһенә әйләнә. Шулай ҙа журналистар, башҡорт баҫмаһын йәнләндереү маҡсатында, гәзиттең 3-сө, 4-се биттәренә уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған мәҡәләләрен урынлаштыра башлай. Ул саҡтағы мөхәрриребеҙ Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаев партия ҡала комитетында: «“Восход”тың башҡортса күсермәһе журналистарының башланғысын хупларға кәрәк, ошондай глобаль үҙгәрештәр заманында туған телдә яҙылған мәҡәләләр халыҡ күңеленә май булып яғыла бит», - тип хеҙмәткәрҙәрен яҡлап сыға.
Тағы ла бер үҙгәреште атап үтмәһәк яҙыҡ булыр: артабан баш мөхәррир вазифаһына тәғәйенләнгән Фират Әмирхан улы Хажиев «Восход»тың башҡорт телендәге күсермәһен «Торатау» атамаһы менән сығарыуға өлгәшә.
Ә ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Ишембай ҡалаһында эшләп килгән «Юрматы» башҡорт халыҡ үҙәге ҡала һәм район халҡы өсөн башҡорт телендә айырым гәзит
булдырыу мәсьәләһен күтәреп сыға һәм ҡала, район һәм республика етәкселәренә мөрәжәғәт итә. Әммә илдәге сәйәси үҙгәрештәр мәлендә был мәсьәлә хәл ителмәй ҡала.
«Торатау» гәзитендәге хәлде төҙәтеүгә «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге һәм «Ағиҙел» журналы мөхәррире, күренекле яҙыусы Булат Рафиҡов кеүек күренекле шәхестәр тотона. Шулай итеп, 2001 йылда Ишембай ҡала-район хакимиәте башлығы Владимир Петрович Давыдов башҡорт гәзитен асыу мәсьәләһен ҡала Советының май айындағы сессияһына сығара, һәм был тәҡдим бер тауыштан хуплана. Шул уҡ сессия барышында депутаттар бер тауыштан мине, Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы Йосопованы, баш мөхәррир вазифаһына раҫлай. 2001 йылдың июнь айы тамамланыу менән, дубляж гәзите хеҙмәткәрҙәре «Восход» штатынан эштән бушатыла (2 тәржемәсе, корректор, компьютерсы) һәм Хеҙмәт Кодексына ярашлы, 24 көнлөк отпускыға ебәрелә.
Бының шулай булырын алдан уҡ белгәнгә күрә, мин Ишембай районы радиоһы хәбәрсеһе Гүзәл Рәшит ҡыҙы Заһиҙуллинаны, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернаты уҡытыусыһы, беҙҙең гәзит менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән Фирүзә Фәнис ҡыҙы Ишкининаны һәм Биксән мәктәбенең юғары класс уҡыусыһы Роза Хисамованы эшкә саҡырҙым. Шулай итеп, «Торатау» 1 июлдә тәүге эш көнөн башланы. Ни бары ике генә мәҡәләләр яҙыусы хеҙмәткәр менән (Йосопова һәм Заһиҙуллина) нисек итеп аҙнаһына өс тапҡыр дүртәр битле гәзит сығарырға, тип аптырап, борсолоп ултырғанда редакция кабинетына БДУ-ның журналистика факультеты студенттары Мансур Ғилфанов, Таһир Шәрәфетдинов, Зөлфиә Рәхмәтуллина, Альбина Зәйнетдинова, Гөлшат Ҡаһарманова, Илшат Әбүбәкиров һәм тағы бер нисә кеше гөрләшеп килеп инде. Улар, күңелдәге хафаларҙы таратып, миндә «Торатау» гәзитенең ныҡлап аяҡҡа баҫасағына ышаныс тыуҙырҙы. Был төркөмгә юғары уҡыу йорттарынан йәйге каникулға ҡайтҡан улым Юлдашты (псевдонимы: Юлдаш Сафа) һәм ҡыҙым Зәлифәне лә (Мәрфуға Ишбирҙина) ылыҡтырҙым. Студенттарҙың һәр береһенә, тейешенсә аңлатып, темалар һәм бурыстар ҡуйып, ҡала-район предприятиеларына йүнәлттем. Практиканттарым, йәшлек дәрте менән ең һыҙғанып, эшкә тотондо, яңынаняңы темалар тапты, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр менән танышып, улар менән интервью, зарисовкаларын гәзит биттәрендә баҫтырып сығарҙы... Ул ваҡиғаларҙан һуң 25 йыл үтте, әммә ул саҡтарҙың һәр минуты һәм студент-практиканттар бөгөнгөләй хәтеремдә һәм уларҙы «Торатау» гәзите нигеҙенең тәүге таштарын һалыусылар, тип иҫәпләйем. Сөнки уларҙың халыҡсан яҙылған мәҡәләләре «Торатау» гәзитенә яңы һулыш бирҙе һәм халҡыбыҙҙың иғтибарын йәлеп итте.
Июль айы аҙағында башҡа хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә, отпускыларын тамамлап, эшкә сыҡты. Коллектив тулыланғас, алдан һөйләшеп-килешеү буйынса, яуаплы сәркәтип эше Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы Дәүләтйәроваға йөкмәтелде, өҫтәүенә ул хаттар бүлеге һәм эшсе-хәбәрселәр менән эште лә үҙ елкәһенә һалды. Рәсимә Рәхимова ла, декрет ялынан сығып, ең һыҙғанып хәбәрсе вазифаһын үтәүгә тотондо. Гүзәл Рәшит ҡыҙы Заһиҙуллинаға сәнәғәт бүлеген етәкләү йөкмәтелде, Фирүзә Ишкинина һәм Роза Хисамова хәбәрселәр булып эшләргә ризалашты. Гөлсинә Хөснуллина, үҙенең яратҡан эшенә тотоноп, хәбәрселәр яҙған мәҡәләләрҙе компьютерына теркәй башланы. Ә Кинйәбулат егете Рөстәм Мифтахов гәзиттебеҙҙе компьютерҙа версткаланы. Аҙағыраҡ был ауыр һәм үҙенсәлекле эшкә Илдар Сәғәҙиевты ла ылыҡтырҙыҡ. Шулай уҡ гимназия уҡытыусыһы Гөлдәр Собханғоловаға корректор вазифаһын тәҡдим иттем. «Восход» редакцияһы беҙгә тапшырған иҫке “Жигули”ға водитель дә табылды.
Әкренләп булһа ла «Торатау» редакцияһы яңы кадрҙар менән тулыланды. Мәҫәлән, Буранғол Ғәлин, Мөҙәрис Багаев һәм башҡа бер нисә журналистың коллективта эшләүе лә гәзитебеҙҙең баһаһын бермәбер күтәрҙе. Буранғол да, Мөҙәрис тә янып эшләнеләр. Ҡайһы бер көндәрҙә уларҙың кабинеттары төбөндә төрлө инстанцияларға
инә алмаған, йәки ниндәйҙер һорауҙы хәл итә алмағандарҙан сират хасил була торғайны. Ә бит икеһе лә тапшырылған заданиеларҙы йөҙ проценты менән «5-кә» үтәй ине...
Беҙҙе финанс ҡытлыҡтары ла, матди-техник ярлылыҡ та ҡурҡытманы. Ең һыҙғанып ижадҡа сумдыҡ. «Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ», «Ҡала башҡорттары» тигән һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы рубрикалар уйлап таптыҡ. Сәләмәт йәшәү рәүешен, спорт ҡаҙаныштарын киң пропагандалау менән бергә заман сирҙәренә ҡаршы «SOS! Милләт яҙмышы ҡурҡыныс аҫтында!» тигән рубрика менән сығарылған мәҡәләләр шәлкемдәре лә даими донъя күрҙе. «Торатау» гәзитендә киләсәгебеҙ тураһындағы хәстәрлек өсөн дә урын бүленде. Ай һайын сығарылған «Елкән» битендә тик мәктәп уҡыусыларының ижады баҫыла торғайны. Кемдәрҙер тәүге шиғырҙарын, хикәйәләрен, нәҫерҙәрен ижад итә. Ә кемдеңдер күңелендә әҙәби тәнҡит мәҡәләләре тыуа. Практикаға ҡайтҡан студенттарыбыҙ ҙа, нәҡ шулай гимназияла уҡыған саҡтарында «Торатау»ҙың «Елкән»ендә бәүелеп, күңелендә ижад ҡомарын асты бит.
Ә штаттан тыш хәбәрселәребеҙ тураһында айырым ултырып һөйләшергә була. Ҡаланан Роза апай Маннанова, Хәтижә Ризуанова һәм башҡалар гәзитебеҙҙе күркәм мәҡәләләре, хәбәрҙәре менән байытты. Шулай уҡ Урман-Бишҡаҙаҡ, Ишәй, Этҡол, Биксән һәм башҡа ауылдарҙан, «Ағиҙел» совхозынан даими рәүештә мәҡәләләр ебәреп тороусыларыбыҙ булды.
Редакция коллективы, йыш ҡына район ауылдарына барып, халыҡ менән осрашыуҙар ойошторор булды. Ҡала мәҙәниәт һарайының һәүәҫкәр артистары музыкаль номерҙары менән ябай осрашыуҙарҙы йәнләндерә ине. Халыҡтың журналистар менән аралашыуы йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Йыл һайын ғинуар айында, гәзиткә яҙылыу йомғаҡтарын барлау маҡсатында, ҡаланың Мәҙәниәт һарайында шаулатып «Торатау-шоу» байрамын үткәрә инек. Ишембай ҡалаһынан Илшат Яппаров, Өфөнән Рөстәм Ғиззәтуллин, Айрат Мусин ҙур ихласлыҡ менән беҙҙең сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәне. Бындай сараларҙы үткәреүгә Ишембайҙың күп кенә предприятиелары, байтаҡ эшҡыуарҙар бағыусылар булды, шуға күрә гәзитебеҙгә яҙылған уҡыусыларыбыҙға матур-матур бүләктәрҙе лототронда уйнатып тапшырҙыҡ.
Әммә төп эшебеҙ - гәзит сығарыу алғы планда торҙо. Яҙылған мәҡәләләрҙе телетайп аша Стәрлетамаҡ типографияһына тапшырабыҙ. Гәзит сыҡҡан көндө сиратлап Стәрлетамаҡ типографияһына барып корректура уҡыйбыҙ. Ундағы типографиялағы гәзит баҫыу машиналары ла, иҫке булыу сәбәпле, йыш ҡына сафтан сыға торғайны. Әммә беҙ ваҡыт менән иҫәпләшмәй, гәзитебеҙҙе баҫыу станогында эшләүселәргә тапшырып бик һуңлап ҡайта инек.
Нисек кенә булмаһын, халыҡтың ихтыяжын тойоп, министрлыҡ, ҡала-район етәкселәре тарафынан эшебеҙҙең ауырлығын аңлап ҡабул ителеүен белеп, район гәзитен тейешенсә сығарҙыҡ. «Торатау» гәзите әлеге көндә лә үҙенә йөкмәтелгән бурыстарын намыҫ менән үтәй. Минеңсә, Али Карнай асҡан «Алға» һәм «Башҡорт вышкаһы» гәзиттәренең дауамын тергеҙеүгә өлгәштек, тип маҡтанырға хаҡыбыҙ бар.
Коллегаларыма был үҙенсәлекле һәм ауыр эштә уңыштар теләйем.