Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Декабрь 2025, 11:00

Һеҙҙән - иғтибар, беҙҙән бүләк!

Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, 29 декабрҙә квитанция уйнатып бүләк отоусыларҙы ҡыуанып ҡаршы алдыҡ.

Һеҙҙән - иғтибар, беҙҙән бүләк!
Һеҙҙән - иғтибар, беҙҙән бүләк!

Беҙ һәр саҡ, гәзиткә яҙылғас, квитанцияларығыҙҙы мотлаҡ ебәрегеҙ, тип иҫкә төшөрөп торабыҙ. Фотоға төшөрҙөң дә электрон почтаға һалдың - бер ҡыйынлығы юҡ. Быйыл оҙаҡ йылдар гәзиткә яҙылып та бүләк уйнатыуҙа тәүге тапҡыр ҡатнашҡан кешеләр күп булды. Шуны ла билдәләп үтке килә, гәзиткә иң әүҙем яҙылыусылар - Әрмет ауыл Советы халҡы.

Шулай итеп, бүләк отоусыларҙы алҡышлап үтәйек!

Этҡолдан килгән Гөлзиә Ниғмәтуллина почтала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Апайыбыҙ духовкала бешереү өсөн һауыт отҡайны.

- Гәзитте тап ҡулға тотоп уҡыу ҡаныма һеңгән, тиһәң дә була. Бөтә яңылыҡтарҙы шунан белеп торам. Баҫманың фотоһүрәттәре лә сифатлы һәм ҡыҙыҡлы. «Торатау»ҙа эшләгән ҡыҙҙар - үҙ эштәренең оҫталары. Көн-төн тип тормай, тырышып эшләүегеҙгә ҙур рәхмәт, - тине Гөлзиә апай.

Уның менән һөйләшеп тә өлгөрмәнек, Йәнырыҫтан Рәсим Мөхәмәтйәнов килеп етте. Баҡһаң, егетебеҙ ашығыс ярҙам хеҙмәтендә 13 йыл эшләй икән. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уның һөнәре - үҫмер саҡ хыялы. Тап 11-се класта уҡығанда ашығыс ярҙам хеҙмәте фельдшеры булырға ҡарар иткән. Унан бигерәк, Рәсим гәзиттәге тормошсан хикәйәләрҙе уҡырға ярата. Үҙе фельдшер, үҙе - әҙәбиәт һөйөүсе, үҙе - беҙҙең һымаҡ энтузиаст.

Рәсимгә отҡан бысаҡтарын тапшырған саҡта оялып ҡына бер апай баҫып тора ине. Ул Әхмәр ауылынан Рәмзиә Кәримова булып сыҡты. Яҡташыбыҙ бик кәрәк әйбер - ҙур кәстрүл отҡайны. Ҡөрьән-фәлән уҡытҡанда бер ҙә артмай ул.

- «Торатау»ҙы элек-электән яҙҙыртып алам, рәхәтләнеп уҡыйым. Ләкин квитанцияны тәүге тапҡыр тапшырҙым һәм яңылышмағанмын. Үҙем почтала 30 йылдан ашыу эшләнем, әле хаҡлы ялдамын. Ауылдаштарҙы гәзиткә әүҙем яҙҙыртҡан өсөн баҫмағыҙҙан маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары алғаным да булды, - тип ихлас уртаҡлашты Рәмзиә Кәримова.

Яҡташыбыҙҙы оҙатып күп тә үтмәне, редакцияға һөйләшә-һөйләшә бер ҡатын менән ир килеп инде. Улар Түбәнге Әрметтән - Рита Хәмиҙуллина һәм Венер Арыҫланов. Аш тәрилкәләре отҡайнылар, квитанцияларын шулай уҡ тәүге тапҡыр тапшырған булғандар.

- Бына бит үҙебеҙ уҡыған авторҙар менән яҡындан танышыу ҙа насип булды. Гел үҙ-ара, ошо автор кем икән ул, тип һөйләшеп алабыҙ, - тип ҡыуандылар ирле-ҡатынлы ҡунаҡтарыбыҙ.

Рита апай ғүмер буйы бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡһа, Венер ағай Петровск ауылында электр селтәрендә ҡарауылда эшләп йөрөй.
- Гәзитте мин эшкә үҙем менән алып йөрөп уҡыйым. Райондағы бөтә хәбәрҙәрҙе ошо сығанаҡтан белеп торабыҙ. Тормошто был баҫмаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, - тине ағайыбыҙ.

Һөйләшеү барышында тағы шуны белдек, Венер Арыҫланов - оҫта ташсы, мейес сығарыусы. Мейес сығарыу һәләте уға атаһы - Ғүмәр Рамазан улы Арыҫлановтан бирелгән. Венер ағай ҙа тирә-яҡ ауылдарҙа күп мейес сығарған, кешеләр йорттарына һәм күңелдәренә йылы таратып ҡыуандырған.
Ниһайәт, дуҫтар, иртәгә - Яңы йыл! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы - һәр саҡ бергә булайыҡ! Шатлыҡта йыш осрашайыҡ!


Иң изге теләктәр менән «Торатау»ҙар.

Айһылыу Вахитова фотолары.

 

Һеҙҙән - иғтибар, беҙҙән бүләк!
Һеҙҙән - иғтибар, беҙҙән бүләк!
Һеҙҙән - иғтибар, беҙҙән бүләк!
Һеҙҙән - иғтибар, беҙҙән бүләк!
Автор:
Читайте нас