- Ағымдағы йылда беҙ берҙәм булдыҡ. Иң мөһим маҡсаттарҙың береһе махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү ине. Был дөйөм эшкә һәр беребеҙ
үҙ өлөшөн индерҙе: берәүҙәр гуманитар ярҙам туплап ебәрҙе, икенселәр ҙур бурыс тураһында халыҡҡа етди мәғлүмәт еткереп торҙо, өсөнсөләр көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәте менән район именлеге өсөн тырышты. Яңы йыл беҙгә именлек, яңы еңеүҙәр алып килһен, - тип теләне Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов.
Махсус хәрби операцияны ғәҙел һәм профессиональ яҡтыртҡаныбыҙ өсөн «Торатау» һәм «Восход» гәзиттәре коллективтары район хакимиәтенең Рәхмәт
хаты менән бүләкләнде. Коллективыбыҙ хеҙмәте лайыҡлы баһаланыуы бик ҡыуаныслы. Яңы йылда ла яҡташ яугирҙарыбыҙҙың батырлыҡтары, уларға бер туҡтауһыҙ ярҙам итеүсе ишембайҙар тураһында гәзит биттәрендә матур мәҡәләләр баҫтырып торорбыҙ.
Юлиә Янышева фотоһы.