Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Декабрь 2025, 16:35

Йәле, йылмайығыҙ, дуҫтар!

Ҙур өмөттәр бағлап килгән Ат йылы алдынан гәзит уҡыусыларыбыҙҙы матур бүләктәр һәм шатлыҡлы мәлдәр көтә.

Бөгөн, 24 декабрҙә, «Торатау» баҫмаһына алты айға йәки бер йылға яҙылғандарҙың квитанциялары уйнатылды. Кемдең өлөшөнә төштө икән «бәхетле билет»тар?

Әйҙәгеҙ, бүләк отоусы яҡташтарыбыҙҙы бергәләп алҡышлайыҡ, дуҫтар!

Петровск ауылында (Механизаторҙар урамы, 54-се йорт) йәшәүсе Тимерғәле Ғәйнетдинов матур плед отто – йортта ла, тәбиғәттә лә ҡулланырға була. Хужабикәгә иң кәрәкле әйбер – кәстрүл, ул Әхмәр ауылынан (Баҡса урамы, 11-се йорт) Рәмзиә Кәримованыҡы булды. Йорт тирәһендә таҫтамалды ла арттырып булмай, уға Сәлихтан (Гараж урамы, 9/1) Г. Хисмәтуллина эйә булды. Хәҙерге тәрилкәләр бик уңайлы: ашҡа тотонһаң да, турамаға ҡулланһаң да була. Бына шундай һауыт-һабаны Түбәнге-Әрметтән (Баҙар урамы, 10-сы йорт) Рита Хәмиҙуллинаға тапшырабыҙ. Түбәнге Әрметтән (Ғиззәтуллин урамы, 141-се йорт) тағы бер бүләк отоусы бар, ул – Наил Лутов. Ә бүләккә бик кәрәкле әйбер – термос. Ишембай ҡалаһынан (Тыныслыҡ урамы, 2-се йорт) Аҡкөбәкова тигән гәзит уҡыусыбыҙ светильник отто. Был әйбер ҙә бик кәрәкле. Һайран ауылынан (Урал урамы, 8-се йорт) Шәкирйән Фәхретдиновҡа сәйнүк тапшырабыҙ. Был матур бүләктең файҙаһын күрергә яҙһын. Этҡолдан (Үҙәк урам, 92-се йорт) Гөлзиә Ниғмәтуллина духовкала бешереү өсөн форма отто. Ғаиләһен тәмле бәлештәр менән ҡыуандырып торһон. Көҙән ауылынан (Мәктәп урамы, 40-сы йорт) Р.Мырҙабаеваны ла ҡотларға була. Апайға матур плед бүләк итәбеҙ. Йәнырыҫ ауылында (Колхоз урамы, 52-се йорт) йәшәүсе Р. Мөхәмәтйәнов та «бәхетле билет»ты отто. Ул редакциянан бүләккә бысаҡтар йыйылмаһы аласаҡ. Матур сәғәт Үрге Әрметтә (Совет урамы, 162-се йорт) йәшәүсе Хәфиз Вәлитовҡа тапшырыласаҡ. Бәлки тылсымы ла барҙыр әле? Ишембай ҡалаһынан (Промысла урамы, 7-се йорт) Лилиә Мифтахова ла бүләкле буласаҡ. Редакцияға тиҙерәк килеп, отҡан таҫтамалын алып һөйөнһөн. Хажы ауылынан (Октябрь урамы, 9-сы йорт) Риф Салауатовҡа бүләккә – намаҙлыҡ. Ағайҙың уҡыған доғалары, әйткән теләктәре ҡабул булһын.

Иғтибар, бүләктәр 25, 26 һәм 29 декабрҙә тапшырыласаҡ. «Торатау» гәзите редакцияһына бүләк алырға килгәндә үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алырға онотмағыҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылары, һеҙҙе тупһабыҙға аяҡ баҫырға торған Яңы йыл – Ат йылы менән ҡотлап, именлек һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор: "Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас