- Сәлих ауылынан алып Әсеяланға тиклем 12 ауылды хеҙмәтләндерәбеҙ. Беҙҙең яуаплылыҡта - 35 социаль объекттың именлеге, биш меңгә яҡын кешенең ғүмере. Коллективыбыҙҙа 17 кеше эшләй. Һайран, Арлар, Бәләкәй Мәҡсүт, Хажы, Сәлих, Уразбай ауылдарынан егеттәр бар. Барыһы ла ғаиләле, өлгөлө атайҙар. Үҙ-ара татыу, бер команда булып, берҙәм булып эшләйбеҙ. Ҡатмарлы ла, яуаплы ла хеҙмәттән бушаған арала гәзит биттәренән алдынғы һөнәр эйәләре хаҡында, арымай-талмай алғы һыҙыҡҡа ярҙам ебәргән яҡташтар, яуҙа батырлыҡтар күрһәткән яугирҙар тураһында мәҡәләләрҙе, ҡыҙыҡлы хикәйәләрҙе, ҡала һәм район яңылыҡтарын уҡырға яратабыҙ. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ район халҡын «Торатау» гәзитен алдырырға һәм уҡырға саҡырабыҙ. Йорттарығыҙҙа именлек булһын һәм «Торатау» килеп торһон! - тип белдерҙе янғын һағында 30 йылға яҡын эшләп йөрөүсе бүлексә командиры Айҙар Ғәлимов.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА фотоһы.