Зәңгәр силәктәрең матур,
Һыу менән тула инде.
Ауыл менән гәзиткә
Яҙылһаҡ була инде!
- тип шаян таҡмаҡтар йырлап, беҙҙе ҡаршы алды Һайран ауылы мәҙәниәт йортоноң «Хайран» коллективы. Ошо көндәрҙә изге йолабыҙҙы дауам итеп,
редакциябыҙ ҡыҙҙары менән Һайран, Хажы, Арлар ауылдары халҡы менән осрашып ҡайттыҡ. Был юлы ла гәзит уҡыусыларыбыҙ менән күрешеү йылы, иҫтәлекле булды. Көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, йома намаҙына тиклем өлгөрәбеҙ тип, ашҡынып килеп еткән өлкән йәштәге апай-ағайҙар гәзитебеҙгә изге теләктәрен еткерҙе, моңло йырҙарын бүләк итте. «Һәләүек» балалар халыҡ инструменталь ансамбле етәксеһе Әнүәр Ниғмәтуллин баянда уйнап, «Уралым», «Гөлөм-гөлөм, Гөлсәсәгем» йырҙарын йырлап һөйөндөрҙө.
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы үҙебеҙ менән яҡындан таныштырғас, хеҙмәттәшебеҙ Айһылыу Вахитова викторина үткәрҙе. Һорауҙар ҡала, район, Һайран,
Арлар ауылдары тарихына, ерһыу атамаларына, гәзиттә сыҡҡан материалдарға ҡағылышлы булды. Һәр һорауға ихлас ҡул күтәреп, яуап биреп, календарҙар алып һөйөнгән яҡташтарыбыҙға ҡарап, гәзитебеҙҙе ҡалдырмай, иғтибарлы уҡып барғандарына беҙ ҙә ҡыуанып ултырҙыҡ. Артабан беҙҙе хөрмәтләп, осрашыуға килгән оло йәштәге апай, ағайҙарҙың үҙҙәренә һүҙ бирҙек.
Ғүмәр ауылында тыуып үҫеп, Биксән ауылында ғүмер итеп, Һайран мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөүсе Әнүәр Ниғмәтуллин иң беренселәрҙән
булып һүҙ алды.
- Мин электән гәзиттең иң тоғро уҡыусыһы. 5-6 класта уҡығанда «Алға» гәзитендә балалар өсөн пьесалар баҫылып сыға торғайны. Шуларҙы уҡытыусыбыҙ менән сәхнәләштереп, тирә-яҡ ауылдарға сығып, спектаклдәр күрһәтеп ҡайта инек. Шул замандарҙан бирле гәзиттән айырылмайым. Уҡытыусы булғаны бирле бер ҡосаҡ гәзитжурналдар әүҙем алдырам. «Торатау» гәзитендә үҙемдең өсдүрт йырым да баҫылып сыҡты. Эй ныҡ шатланып йөрөгәйнем хатта. Ғүмеремдең 55 йылын мәҙәниәткә бағышлаған кеше булараҡ, миңә бигерәк тә мәҙәниәт яңылыҡтары тураһында мәҡәләләр оҡшай. Ҡайҙа, ниндәй клуб яңыртылған,
теге йәки был ауылда коллегаларым ниндәй байрамдар, саралар үткәргән икән, тип ҡыҙыҡһынып уҡып барам, - тине Әнүәр Хөрмәт улы.
Арлар ауылында ғүмер итеүсе гәзитебеҙҙең тағы ла бер яҡын дуҫы Хәнә Кинйәбаева ла үҙенең фекерен белдерҙе.
- Заман башҡа - заң башҡа тиҙәр, «Торатау»ыбыҙ заман талаптарына яуап биреп, йылданйыл үҫешә, үҙгәреш кисерә. Гәзит ғаиләбеҙҙең һәр саҡ рухи аҙығы булды. Ситтә йәшәгән балаларым ялға ҡунаҡҡа ҡайтһа, мотлаҡ барлыҡ гәзиттәрҙе уҡып сығалар. Почтальонкабыҙ яңы гәзит ҡалдырып китһә, кем уҙарҙан беренсе эләктерергә тырышалар. Хәҙер интернет заманы булып, бөтә мәғлүмәт, фотолар интернет селтәрендә баҫыла. Әммә ундағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәғлүмәт араһында улар бик иҫтә ҡалмай. Ә гәзит биттәрендә баҫылып сыҡҡандары күңелгә нығыраҡ үтеп инә, хәтерҙә лә оҙаҡ һаҡлана. Яҡындарыма, әхирәттәремә
гел әйтәм: «Күҙегеҙҙе бөтөрөп, экранға төбәлеп, телевизор ҡарап ултырмағыҙ. Гәзит уҡыу күпкә файҙалыраҡ» тип. Үҙемә килгәндә, гәзит биттәрендә баҫылып торған яҡташтарыбыҙҙың матур ғына хикәйәләрен уҡырға яратам. Филолог булараҡ, журналистарҙың яуаплы эшен аңлайым һәм ихтирам итәм. Һеҙ һәр хәреф өсөн яуаплы. Эшегеҙҙә артабан да шулай уңыштар теләйем, ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен, - тип теләктәрен еткерҙе Хәнә апай.
Яҡташтарҙың, әлбиттә, тәҡдимдәре лә, иҫкәрмәләре лә булды. Уларҙы ла ихлас тыңлап, күңелебеҙгә һеңдереп ултырҙыҡ.
- Беҙгә, ергә яҡын кешеләргә, тәү сиратта ауыл хужалығы, алдынғы механизаторҙар, һауынсылар тураһында мәҡәләләр күберәк кәрәк. Элегерәк ауыл хужалыҡтары аҙна һайын сводкалар биреп барыуы оҡшай торғайны. Районыбыҙҙың гел бер үк крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшен генә яҡтыртмағыҙ,
башҡа хужалыҡтарҙың да уңыштары тураһында һөйләгеҙ. Районыбыҙҙа бит улар тиҫтәнән ашыу! Ғөмүмән, «Торатау» гәзите үҙ телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер бөртөк кенә «районка». Милли матбуғатыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәге булһын тиһәк, алдырайыҡ, уҡыйыҡ, ауылдаштар! - тип тос фекерен белдерҙе Арлар
ауылынан килеүсе Абдрахман Хисаметдинов.
Ысынлап та, бик матур, урынлы иҫкәрмә әйтте ағай. Районыбыҙҙың «Г. Г. Лейтер», «А. З. Привалов» крәҫтиән-фермер хужалыҡтары кеүек башҡа эшҡыуарҙар ҙа хеҙмәттәшлеккә асыҡ булһа, беҙ ҡуш ҡуллап улар тураһында яҙырға риза. Бынан тыш, Һайрандағы осрашыуҙа бөтә республика халҡын борсоған
һорауҙы ла бирмәй ҡалманылар. Ул да булһа, гәзиттәрҙең элекке кеүек һәр өйгә ваҡытында килеп етмәүе. Был мәсьәләгә Рәсәй Почтаһының эшенә бәйле проблемалар сәбәпсе булыуын һәр кем яҡшы аңлай. Был йәһәттән, хәлдәр киләсәктә көйләнер, һәр гәзит мейестән яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәк һымаҡ, йылы ғына килеш гәзит уҡыусыларыбыҙға барып етер, тигән өмөттәбеҙ. Ауырлыҡтарға ҡарамай, бәләкәй эш хаҡына риза булып, планды үтәйбеҙ, ауылдаштарҙы гәзиткә яҙҙырабыҙ, тип йүгереп йөрөгән почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәтлебеҙ! Сара барышында гәзитебеҙҙең баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ғиниәтуллина әүҙем хеҙмәттәшлек икәндәре өсөн Һайран почта бүлексәһе начальнигы Гөлсәсәк Әхмәтйәноваға, почтальон Гөлфиә Ғәлимоваға, янғын һүндереү бүлексәһенә, Һайран урта мәктәбенә, ауыл советы хакимиәтенә, Хажы ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зилә Фәйезоваға һәм халыҡты йыйып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алғандары өсөн Һайран мәҙәниәт йорто коллективына рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сараның иң күңелле һәм тулҡынландырғыс мәле, әлбиттә, лотерея уйнатыу булғандыр. Осрашыуға килгән 20 кешенең барыһы ла гәзиткә яҙылып, бүләктәр алып һөйөндө.
Көндәлек тормошта кәрәкле шәп бүләктәрҙең бағыусыһы - «Доктор+» шәхси клиникаһының етәксеһе, сығышы менән ЯрБишҡаҙаҡ ауылынан Наил Малихов булһа, төп бүләк - ағастан эскәмйә шәхси эшҡыуар Тимур Ғарифуллиндан булды. Әйткәндәй, почта таратыусы Гүзәл Ғәлимова үҙе лә лотереяға тип бүләктәр тотоп килгәйне. Ошондай йомарт күңелле яҡташтарыбыҙ булыуына оло рәхмәтлебеҙ! Ә эскәмйә Һайран ауылында йәшәүсе Яҡупова Нурсилә Лотфулла ҡыҙының өлөшөнә төштө. Тик еңеүсе генә бүләген алырға бер аҙ һуңлап килеп етте.
- Йома намаҙына әҙерләнеп, осрашыу баштан сыға яҙған. Әле бына «бүләк оттоң!» тип һөйөнсө алғастар, рәхмәтемде әйтергә йүгереп килеп етте . Күп йылдар Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, иремдең тыуған ауылы Һайранға ҡайтып төпләндек. Ауылда йәшәүе рәхәт, халыҡ та ихлас. Бында ҡайтҡаны бирле район гәзиттәрен, дини баҫмаларҙы алдырам. Был йәһәттән Гөлсәсәк һеңлекәш гәзитһеҙ ҡалып ҡуймағыҙ, тип ваҡытында иҫләтеп, яҙҙыртып тора. Ошолай ауыл халҡын онотмай, беҙҙе ололап, хөрмәтләп килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яңынан-яңы мәҡәләләр менән ҡыуандырып тороғоҙ, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, - тип теләне еңеүсе.
Бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөп, осрашыуҙан матур тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Ошолай күңелле итеп аралашып, күрешеп йәшәүгә ни етә! Һеҙ - «Торатау»лы, беҙ тоғро дуҫлы булайыҡ!
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА фотолары.