Ул эшкә тотоноу менән, тәү сиратта, «Торатау» редакцияһына килеп, хеҙмәткәрҙәр менән танышты. Ошо йыл эсендә бергә әллә күпме эштәр башҡарҙыҡ, сараларҙа ҡатнаштыҡ. Бына әле лә ул «Изге подписка» акцияһынан ситтә ҡалманы, уға үҙ теләге менән ихлас ҡушылды.
Руслан Йәрмөхәмәтов махсус хәрби оерацияла ҡатнашҡан яҡташтарҙың әсәйҙәрен «Торатау» һәм «Восход» баҫмаларына яҙҙыртты.
- Беҙ хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тырышабыҙ. Бигерәк тә унда батырҙарса һәләк булған яҡташтарҙың әсәйҙәрен һәр саҡ хәстәрләйбеҙ - улар үҙ юғалтыуында яңғыҙ булырға тейеш түгел. Һәр кемгә иҫәнлек, сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы теләп ҡалам, - тине ул Руслан Хәбир улы.