14 декабрҙә, ошо йәкшәмбе, республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Кинйәбулат мәктәбендә тантаналы линейка үтте. Сара башҡорт йыры һәм бейеүе менән үрелеп барҙы.
Тағы ла ике яҡ өсөн ҡыуаныслы мәл – Кинйәбулат мәктәбе уҡытыусылары «Торатау» гәзитенә дәррәү яҙылды. Беҙгә был эштә 16 йыл почта хеҙмәткәре булып эшләгән Зилә Баймөхәмәтова ярҙам итте.
- Үҙем «Торатау» гәзитенә яҙылдым, ә ҡәйнәмдәргә «Башҡортостан ҡыҙы» журналын бүләк иттем, улар төрлө баҫма уҡырға ярата, - тип уртаҡлашты инглиз теле уҡытыусыһы, шайморатовсылар класы етәксеһе Гүзәл Насретдинова. – Гәзит биттәрендә уҡыусы балаларҙың уңыштары тураһында ла мәҡәләләр күрге килә. Киләсәктә бергә уңышлы хеҙмәттәшлек итербеҙ тип уйлайым.
Автор фотолары һәм видеоһы.