Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Декабрь 2025, 20:58

“Изге подписка” – тәрән мәғәнәле мөһим эш

Ишембайҙа “Изге подписка” акцияһы дауам итә – яҡташтарҙың ғаиләләренә ярҙам йөҙөнән уға яңы ҡатнашыусылар ҡушыла.

“Изге подписка” – тәрән мәғәнәле мөһим эш
“Изге подписка” – тәрән мәғәнәле мөһим эш

Райондың мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Урванцева махсус хәрби операцияла ҡатнашып вафат булыусыларҙың ғаиләләренә “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәрен яҙҙыртты.

- Яҡындары тыуған илгә хеҙмәт иткәндә һәләк булыусыларҙың ғаиләләрен күргәндә, уларҙың үҙҙәре тураһында онотмауҙарын һәм ярҙам итеүҙәрен тойоуҙары нисек мөһим икәнлеген аңлайһың. Район гәзитенә яҙҙырыу – был бәләкәй генә, әммә бик мөһим иғтибар билдәһе. Район гәзиттәрендә яҡташтарыбыҙҙың тарихтары, файҙалы кәңәштәр һәм кешеләргә район тормошо менән бергә йәшәргә, ҡыйын ваҡыттарҙа таяныс табырға ярҙам иткән матур мәҡәләләр бар, - тип уртаҡлашты Ольга Александровна.

“Изге подписка”ға ҡушылығыҙ һәм яҡташтарыбыҙға район яңылыҡтары менән хәбәрҙар булыу мөмкинлеген бүләк итегеҙ! Быны һеҙ редакцияла эшләй алаһығыҙ: Совет урамы, 88, 1-се ҡат, тел. 4-11-80.

 

Фото: Екатерина Моторина

“Изге подписка” – тәрән мәғәнәле мөһим эш
“Изге подписка” – тәрән мәғәнәле мөһим эш
Автор:
Читайте нас