Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Декабрь 2025, 11:00

Район гәзите - ишле ғаиләгә бүләккә!

2026 йылға "Торатау" гәзитенә яҙылыу дауам итә.

Район гәзите - ишле ғаиләгә бүләккә!
Район гәзите - ишле ғаиләгә бүләккә!

Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әминев "Изге подписка" акцияһына ҡушылып, Һайран ауылынан Ҡаһировтар ғаиләһенә район гәзитен яҙҙыртты.

Гөлназ менән Юлай Ҡаһировтар дүрт бала тәрбиәләй. Гөлназ магазинда һатыусы, ғаилә башлығы Һайран янғын һүндереү бүлексәһендә тырышып эшләп йөрөй. Бар яҡлап та өлгөр ғаилә уңайлы шарттар тыуҙырып, ике ҡатлы иркен йорт һалып сыҡҡандар. Балаларын улар үҙ өлгөләрендә, бәләкәйҙән хеҙмәтте баһаларға өйрәтеп үҫтерәләр.

- Мин үҙем "Торатау" һәм "Восход" гәзиттәрен яҙҙырам, яратып уҡыйым. Унда файҙалы мәғлүмәт тә, матур мәҡәләләр ҙә, кәрәкле иғландар ҙа тупланған. Район гәзиттәре һәр йортта ла булырға тейеш тигән фекерҙәмен, - тип уртаҡлашты Рөстәм Зәкәриә улы.

Һәр изге башланғысты күтәреп алыусы етәксегә  яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 3 декабрҙән 13-нә тиклем 2026 йылға “Торатау” гәзитенә ташламалы хаҡ менән яҙылырға мөмкин.

Ошо көндәрҙә генә, редакцияла йәки Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә гәзиткә 10 процент ташлама менән яҙыла алаһығыҙ.

 

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас