Иң беренсе булып конкурсҡа Ҡалмаҡ ауылынан Лилиә Рәжәпова ҡушылды. Әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен улы Айнур яҙып ебәрҙе. Уға эйәреп башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа үҙ яҙмаларында әсәйҙәренә матур теләктәрен юлланы, шиғырҙар бағышланы.
26-30 ноябрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында уҙғарылған тауыш биреүҙә барлығы 4584 төркөмдәшебеҙ ҡатнашты. Ишембай ҡалаһынан Динара Ғәлиева - беренсе, Фәрзәнә Фараева - икенсе, Хажы ауылынан Нәзифә Ғәлиәскәрова өсөнсө урын алды.
Еңеүселәрҙе шаршамбы көндө редакциябыҙға саҡырып, маҡтау ҡағыҙҙары һәм кондитер Рита Йәғәфәрова эшләгән береһенән-береһе матур торттар бүләк итеп күңелдәрен күрҙек.
Өс бала әсәһе Динара Рифат ҡыҙы уҡыған сағында уҡ шәфҡәт туташы булырға хыяллана һәм теләген тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа, системалар, уколдар яһай. Һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә лә ул. Ҡыҙы Радмила «Адель» бейеү ансамбленә йөрөй, улы Рамир волейбол, баскетбол менән шөғөлләнә, ә кескәй Рамина балалар баҡсаһында төрлө яҡлап үҫешә. Әйткәндәй, Динара Рифат ҡыҙы тураһында яҙманы конкурсҡа Рамина йөрөгән 23-сө «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре яҙып ебәрҙе.
- Минең турала яҙған балалар баҡсаһына, тауыш биреүсе туғандарыма, таныштарыма, бергә уҡыған әхирәттәремә рәхмәтлемен, - тип уртаҡлашты Динара Рифат ҡыҙы.
- Әсәйебеҙ гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Ул йыр-моң тыңларға, йырларға әүәҫ. Уның матур, нәзәкәтле, бөхтә итеп кейенеп йөрөүе күптәрҙе һоҡландыра. Унда әсәйҙәргә хас
бар сифаттар тупланған, - тип яҙҙы Фәрзәнә Фараева тураһында ҡыҙҙары Светлана, Эльмира, Эльза.
Нәзифә Әбделғәфүр ҡыҙы тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ул бәхетле әсәй, өләсәй, ҡартөләсәй.
- Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, ҡайнар мөхәббәтең, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн ҙур рәхмәт һиңә, әсәй! Киләсәк көндәрең һаулыҡта, именлектә, ырыҫлы тормошта үтһен. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, тән сихәтенән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан айырмаһын, - тигән теләктәрен еткерҙе конкурсҡа ебәргән яҙмала балалары.
Нәзифә инәй оло йәштә булғанға күрә редакцияға уның исеменән кесе ҡыҙы Рәзилә килеп бүләген алды.
Конкурста ҡатнашыусы тырыш, һәр яҡлап та уңған, иң игелекле, изгелекле, яҡты күңелле әсәйҙәрҙең һәр береһе маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ! Автор фотоһы.