1995 йылғы сығарылыш уҡыусыһы - филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары Альфира Нурислам ҡыҙы Бәхтийәрова тәүгеләрҙән булып яугирҙарҙың әсәйҙәренә "Торатау" гәзитен яҙҙыртты.
- Беҙ 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда ла гәзиттә бәләкәй генә мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар баҫтырып торҙоҡ. Шул күңелле саҡтар әле һаман иҫтә, - тип ихлас уртаҡлашты Альфира Нурислам ҡыҙы. - Бөгөн, гимназиябыҙҙың 90 йыллығын билдәләгәндә, «Изге подписка» акцияһына ҡушылыу үҙе бер ҡыуаныс. Ишембайҙарға именлек, бәхет һәм уңыштар теләп ҡалам.
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, 1995 - 2005 йылдарҙа БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов 1976 йылда 2-се интернат-мәктәбен тамамлаған. Сығышы менән Бөрйән районының Яңы Уҫман ауылынан булһа ла, Хәләф Хәлфетдин улын Ишембай менән яҡты хәтирәләр бәйләй.
- Класыбыҙҙа башлыса көньяҡ райондарҙан килгән балалар йыйылғайны, шулай ҙа бер класташыбыҙ әллә ҡайҙағы Салауат районынан килгәйне. Беҙ һәр саҡта ла бер-беребеҙгә ҡарата яҡшы мөғәмәләлә уҡыныҡ һәм йәшәнек. Башҡалар юбилей йылдарында ғына осрашһа, класташтарыбыҙ менән һәр йыл һайын йыйылышып, күрешеп торабыҙ. Бына быйыл да Ишембай ерендә осраштыҡ, Торатауға күтәрелдек, тирмә эсендә иркенләп һөйләшеп, хәтирәләребеҙҙе барлап ултырҙыҡ, - тип уртаҡлашты ул.
Хәләф Хәлфетдин улы ла "Изге подписка" акцияһына ҡушылып, мохтаждарға гәзиткә яҙылыу бүләк итте.
Оҙаҡ йылдар "Торатау" гәзитендә эшләгән хеҙмәттәшебеҙ, драматург Мөҙәрис Басир улы Багаевтың өлкән улы Фиҙәрис тә тыуған уҡыу йортона класташтары, уҡытыусылары менән осрашыуға ҡайтҡан ине. Тырыш егет "Бай йорт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәксеһе. "Атайымдың изге рухына", тип ул да яҡташтарына гәзит яҙҙыртты.
Данлы яҡташтарыбыҙ - Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәширова, шашка буйынса Европа һәм донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, "Башҡортостан" ДТРК-һы журналисы Альбина Зәйнетдинова ла "Изге подписка"ға ҡушылып, изгелек ҡылды.
Һеҙҙең һәммәгеҙгә лә рәхмәтлебеҙ, гимназистар!
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!