Әйткәндәй, ҡала халҡы гәзитле өҫтәлгә бер-бер артлы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килеп торҙо. Яҡташтарҙың күбеһе "Изге подписка" республика акцияһына ҡушылырға теләк белдереүе бигерәк тә һөйөнөслө. “Шатлыҡ” баҙары етәксеһе Илдар Фәтиев, мәҫәлән, улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, күп балалы өс әсәйгә район гәзиттәрен яҙҙыртты.
- Мин үҙем дә бер нисә тапҡыр Ватаныбыҙ һағында тороусы яугирҙарға гуманитар ылау алып барып, алғы һыҙатта ни тиклем ауыр икәнлеген күреп ҡайттым. Район гәзитенә яҙылыу - ул беҙҙең ҡыйыу егеттәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. "Торатау", "Восход" гәзиттәрендә тап ошо батыр яҡташтарыбыҙ тураһында аҙна һайын тиерлек мәҡәләләр сығып тора, - тип уртаҡлашты ул.
Урта белем биреү учреждениелары етәкселәре лә изгелек ҡылыуҙан ситтә ҡалманы.
- Беҙҙең мәктәптә яугирҙарға ярҙам туплау штабы урынлашҡан. Тырыш ауылдаштарыбыҙ селтәр ҙә үрә, шәмдәр ҙә ҡоя, мендәрҙәр ҙә тегә. Уларҙан өлгө алып уҡыусыларыбыҙ ҙа берҙәм эшкә ҡушыла. Шулай ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ, - тип уртаҡлашты Кинйәбулат мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин. - Бөгөн мин яугир ғаиләһенә 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына "Торатау" гәзитен яҙҙырттым. Район гәзите хәбәрҙәр булырға, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға ярҙам итә.
Сәлих мәктәбе директоры Вәли Ғәлиев та Шайморат Сәйфулла улының һүҙҙәренә ҡушылып, бер ғаиләне "Торатау"лы итте.
"Изге подписка" акцияһына мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова, "Стиль" идара итеү компанияһы етәксеһе Илнур Шәрипов һәм 5-се торлаҡ эксплуатация участкаһы етәксеһе Айрат Ғиззәтуллин да ихлас ҡушылды. Уларҙың һәммәһенә рәхмәтлебеҙ һәм афарин тибеҙ!