

Был исемлектә З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының физик культура уҡытыусыһы Әнүр Әхмәт улы Ғүмәров тә бар. Яҡташыбыҙ фиҙаҡәр хеҙмәте һәм йәш быуынды тәрбиәләүе өсөн Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһына лайыҡ булды.
Сара барышында Радий Фәрит улы республиканың барлыҡ педагогтарын яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы, сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләне.
- Һеҙгә, хөрмәтле педагогтар, Ватандың ысын һаҡсыларын тәрбиәләгән өсөн рәхмәт әйткем килә. Бөгөн мәктәптәрҙең сығарылыш уҡыусылары алғы һыҙатта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, намыҫлы хеҙмәт итә. Ҡәҙерле уҡытыусылар, рәхмәт, һеҙ балаларҙа илһөйәрлек, Ватанды һаҡларға әҙерлек тәрбиәләйһегеҙ.
Был көндө Әнүр Әхмәт улының бүләкләнеүе тураһында белеү менән, беҙ гимназия директоры Ләлә Шәрипова менән бәйләнешкә индек.
- Әнүр Әхмәт улы эшләү осоронда үҙен яуаплы һәм тырыш хеҙмәткәр булараҡ күрһәтте. Уның дәрестәре тәрбиә биреүгә ҡоролған. Ул балалар менән физкультура дәрестәрендә һәм спортта ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн генә түгел, ә сәләмәт тормош алып барыу өсөн дә шөғөлләнә. Уҡыусыларҙа ихтыяр көсө, холоҡ тәрбиәләй, маҡсаттарға өлгәшеүгә дәртләндерә.
Уҡытыусы менән юлдан һуң бәйләнешкә инергә тура килде. Был саҡта уның бәхетле ғаиләһе ҡотлауҙар менән ҡаршы алып тора ине.
- Награданы Башҡортостан Башлығы ҡулынан алыу бик тулҡынландырғыс булды.Был саҡта барлыҡ яҡташтар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн бик шатмын. Беҙ 2-се гимназия-интернатының тәрбиәләнеүселәре менән дүрт йыл рәттән физкультура буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында беренсе һәм призлы урындар яулап килдек Барлыҡ яҡташтарыма ла яңы үрҙәр, уңыштар теләп, яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым.
Фото: БР Башлығының сайты.