Матбуғат
10 Сентября 2025, 08:00

"Милли кейем - рух асылы" фотоконкурсы

12 сентябрҙә Башҡортостанда сағыу байрам – Милли кейем көнө билдәләнә.

Шул уңайҙан төркөмдә "Милли кейем - рух асылы" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ. Ҡатнашыу өсөн милли кейемдә йәки уның элементтарын ҡулланып фотоға төшөргә һәм 24 сентябргә тиклем беҙгә ебәрергә кәрәк. Үҙегеҙ менән таныштырып яҙырға ла онотмағыҙ.

25-30 сентябрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакция бүләге көтә.

#милли_кейем_рух_асылы

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас