

Байрам мәлендә "Торатау" һәм "Восход" гәзиттәре "Изге подписка" акцияһын ойошторҙо. Уның асылы ябай ҙа, әһәмиәтле лә: теләге булған һәр кем район баҫмаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренә, ветерандарға, күп балалалы ғаиләләргә бүләк итә ала. Улар өсөн гәзит - ышаныслы мәғлүмәт сығанағы.
Акцияға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Шамил Тимербулатов менән Вадим Нурҡаев ҡушылды.
- Мохтаждарҙы гәзиткә яҙҙыртып, беҙ уларға иғтибар бүләбеҙ. Был акцияға мин ихлас ҡушылам, - тине Вадим Нурҡаев.
- Район гәзите ул ябай баҫма ғына түгел, ә тере аралашыу ҙа. Беҙҙең ветерандар һәм өлкән йәштәге ишембайҙар "Торатау", "Восход" гәзитәрен яратып уҡығандарын яҡшы беләм, - тип уртаҡлашты Шамил Тимербулатов.
Акцияға башҡа райондаштар ҙа ихлас ҡушылды.
- Мин гәзитте өлкән йәштәге күршемә яҙҙырттым. Ул һәр саҡ почтаны көтөп ала, гәзиттең һәр битен уҡып сыға. Гәзиттең яңы һанын алып, шатланһын әйҙә, - ти Скворчиха ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ.
- Ә минең күршеләремдең улы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Район гәзитендә яугирҙар тураһында мәҡәләләр йыш баҫыла. Ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, күршемә район гәзитен яҙҙырттым, - тип уртаҡлашты Һабантуйҙа ҡатнашыусы райондашыбыҙ.
"Изге подписка" - ул ысынлап та изгелек акцияһы. Бөгөн уға яҡташтарыбыҙ айырыуса мохтаж.
Автор фотолары.