Матбуғат
16 Июнь 2025, 09:00

Кинйәбулат уҡытыусылары ике ғаиләне гәзитле итте

Кинйәбулат ауылы мәктәбе коллективы милли баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, үҫеп килеүсе быуында башҡорт теленә, гәзит-журналдарға ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу маҡсатында "Изге подписка" акцияһына дәррәү ҡушылды.

Кинйәбулат уҡытыусылары ике ғаиләне гәзитле иттеКинйәбулат уҡытыусылары ике ғаиләне гәзитле итте
Кинйәбулат уҡытыусылары ике ғаиләне гәзитле итте

Улар Кинйәбулат мәктәбендә оҙаҡ йылдар математика уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялдағы Минегөл Йосоп ҡыҙы Садыҡоваға һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялдағы Хәсиҙә Динислам ҡыҙы Дәүләтоваға "Торатау" гәзитен яҙҙыртты. 

Әйткәндәй, Минегөл Йосоп ҡыҙының улы Тимур махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡаты яраланып, әле дауаланыу үтә.

- Киләсәктә лә бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ. Илебеҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын. Изгелек сылбыры өҙөлмәй, башҡалар ҙа ошо матур акцияға ихлас ҡушылһа ине. Ә инде үҙемдең коллективыма мин сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин.

Афарин, кинйәбулаттар! Киләсәктә лә гәзит менән дуҫлығығыҙ ныҡ булһын!

 

Автор фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас