

Шуларҙың беоеһе - Ҡанаҡай ауыл китапханаһы мөдире Гөлфинә Ибраһимова. Ул редакциябыҙ иғлан иткән "Изге подписка" акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдашы Нәзир Хисмәтуллиндың әсәһе Минзиә апайға "Торатау" гәзитенә яҙылыу бүләк итте. Афарин!
- Оло йөрәкле, көслө рухлы Минзиә апай биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Улы Нәзир өсөнсө йыл Ватаныбыҙ һағында тора. Уның тыуған яҡҡа тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, - ти Гөлфинә Минниәхмәт ҡыҙы.