

Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры Ольга Александровна Киселёва балаларға аңлатыуынса, гәзит - ул дөйөм команданың эш һөҙөмтәһе. Хәбәрсе тәүҙә сараға барып мәҡәлә яҙа, аҙаҡ уны корректор уҡып хаталарын төҙәтә, шунан верстальщик компьютерҙағы махсус программала мәҡәләне гәзиткә ҡуя, фото менән биҙәй.
Гәзиттең нисек эшләнеүен, верстальщик, мөхәррирҙең кемдәр икәнен хәҙер гимназистар яҡшы белә. Үҙҙәрен редакция хеҙмәткәрҙәре итеп һис итеп, улар гәзит тә эшләп ҡараны. Булдырмаҫтар тимә! Бынамын тигән үҙенсәлекле гәзиттәр килеп сыҡты!
Шуныһы ла ҡыуаныслы, Асман исемле малай үҙен редакция календарында күреп ҡыуанһа, Ҡәдир стенала элеүле торған фотола ғаиләһен таныны.
Осрашыу һуңында гимназистарға блокноттар һәм татлы күстәнәстәр тараттыҡ.
Экскурсияны ойоштороуҙа ярҙам күркәткәне өсөн "Бикбай" автономиялы коммерция булмаған ойошмаға рәхмәт белдерәбеҙ.
Автор фотолары.