Матбуғат
19 Май 2025, 09:00

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!

Дуҫтар! Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм каникулдарды сәләмләп төркөмөбеҙҙә "Бәхетле булһын балалар!" исемле фотоконкурс иғлан итәбеҙ! Бөгөндән алып 1 июнгә тиклем һеҙҙән балаларығыҙҙың ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәрен көтөп ҡалабыҙ.

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!

Фотолағы геройҙың исем-фамилияһын, нисә йәштә һәм ҡайҙа йәшәүен яҙырға онотмағыҙ.

2-7 июнь төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Беренсе, икенсе, өсөнсө урын алыусы балаларҙы редакцияға саҡырып, иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ.

Барлыҡ балалар ҙа бәхетле, тәүфиҡлы, ата-әсәһенә терәк булып үҫһен! 

#бәхетле_булһын_балалар

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас