Матбуғат
8 Апрель 2025, 12:00

Ишембайҙар изгелек ҡыла

Бөгөн, 8 апрель, Ишембайҙа эш сәфәре менән "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортонан Рәсүл Сәфәрғәлиев менән Айнар Байбулатов булды. Гәзиттәргә яҙылыу, район матбуғатына ярҙам һәм дә районыбыҙҙа матур йолаға әүерелгән "Изге подписка" акцияһы тураһында һөйләшелде. 

Район буйлап изгелек атлайРайон буйлап изгелек атлай
Район буйлап изгелек атлай

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов гәзиткә яҙылыу эстафетаһын үҙенең урынбаҫары Ринат Юлғотлинға тапшырҙы. Ринат Урал улы - Татьяна Михайловаға, ә ул Һыу каналы директоры Вадим Ғайсинға тапшырҙы. Бөгөн Ишембай буйлап изгелек атлай - етәксенән етәксегә, йөрәктән йөрәккә.

Акцияға теләге булған һәр кем ҡушыла ала.

"Торатау" гәзите редакцияһына инеп гәзитте үҙегеҙгә, ветеранға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ғаиләһенә яҙҙыртығыҙ. Бәләкәй генә изгелек - ҙур эш. Гәзит берләштерә бит.

 

#ДобраяПодписка #Ишимбай #Восход #ГазетыВажноЧитать #ПодпишисьИПередайДальше

Район буйлап изгелек атлай
Район буйлап изгелек атлай
Автор:
Читайте нас