Шул уңайҙан төркөмдә "Яратҡан Ишембайым" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала!
Бөгөндән алып 19 февралгә тиклем һеҙҙән Ишембайҙың матур, иҫтәлекле урындарында төшкән фотоларығыҙҙы ҡабул итәбеҙ. Үҙегеҙ менән таныштырып яҙырға ла онотмағыҙ. Тыуған ҡалабыҙ менән бәйле хәтирәләр, ҡотлау һүҙҙәре, шиғыр юлдары ла яҙып ебәрергә мөмкин.
20-27 февралдә ҡатнашыусылар өсөн "Торатау" гәзите сайтында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакцияның иҫтәлекле бүләге көтә.