Редакциябыҙға Петровск, Сәлих, Үрге Әрмет, Әптек ауылдарынан яҡташтарыбыҙ килеп, бүләктәрен шатланып алды ла инде.
- "Торатау" гәзитен әсәйем менән атайым элек-электән алдыра. Почта килгәс тә бөтә эштәрен туҡтатып тороп, гәзитте ҡарап сығалар, бер битен дә ҡалдырмай уҡыйҙар. Гәзиттә кәрәкле, фәһемле мәғлүмәттәр, яңылыҡтар баҫыла. Бүләк отошҡа йылда квитанциябыҙҙы тапшыра инек, ниһайәт уңыш беҙгә лә йылмайҙы, - тип уртаҡлашты Әптек ауылынан Мәстүрә Усманованың ҡыҙы. Уларҙың өлөшөнә бәлеш бешереү өсөн формалар эләкте.
Хөрмәтле бүләк отоусы яҡташтарыбыҙ! Һеҙҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы ла алып килергә онотмағыҙ.