Еребеҙгә яңы 2025 йыл – йәшел Йылан йылы аяҡ баҫа. “Төклө аяғың менән, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән кил!”, тип әйтәһе килә уға. Күмәк халыҡ бер теләкте теләһә, мотлаҡ тормошҡа аша, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, мөғжизәгә ышандырған минуттарҙа теләктәрҙең иң мөһимен әйтеп ҡалайыҡ. Донъялар тыныс, ғаиләләребеҙ имен, рухыбыҙ ҙа, тәнебеҙ ҙә сәләмәт булһын! Яңы йылды тик изгелеккә, яҡшылыҡҡа юрайыҡ, һәм, әлбиттә, йыл дауамында “Торатау” менән бергә булайыҡ!
Яңы йыл менән, дуҫтар, яҡташтар!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина