Журналист һөнәре һис шикһеҙ ҡыҙыҡлы. Әммә бер урында оҙаҡ эшләгәндә мәғлүмәтте дөрөҫ ҡабул итеү мөмкинлеге үҙгәрә һәм үҙ эшеңә ситтән ҡарау һәләте юғала. Был йәһәттән Башҡортостан медиа-өлкәһе етәкселәренең Ишембай редакцияларына килеүе артабанғы үҫеш яғынан бик тә урынлы һәм файҙалы булды.
Фәнүр Йәғәфәров "Торатау" һәм "Восход" гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан көнүҙәк мәҡәләләрҙе тағы ла уҡымлыраҡ итеү өсөн кәрәкле иҫкәрмәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ махсус хәрби операцияға ҡағылышлы мәҡәләләргә иғтибар итте.
Ошо һәм башҡа кәңәштәр редакцияларға яңы ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫтырып сығарып, уҡыусыларҙың донъяға ҡарашын киңәйтергә ярҙамлашасаҡ.