Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Ғинуар , 13:00

Еңеүсебеҙ билдәле

Яҡташтар! 2024 йылдың тәүге фотоконкурсы тамам. Бәйгегә районыбыҙҙың төрлө ауылдарында, хатта Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҡушылды. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ - уларҙың һәр береһе уңған, булдыҡлы хужабикәләр! Күптәр хатта улар өйрәткән рецептар буйынса аш-һыу әҙерләп тә ҡараны инде.

Еңеүсебеҙ билдәле
Еңеүсебеҙ билдәле

Шулай итеп, төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреү һөҙөмтәһендә Көҙән ауылынан Зимфера Йәрмөхәмәтова (968 тауыш) еңеүсе булды! Унан бер аҙ ғына ҡалышып, 843 тауыш менән Петровск ауылынан Әминә Хәйруллина икенсе булды.

Әйткәндәй, Зимфера һәм Рәил Йәрмөхәмәтовтар менән беҙ уҙған йылда Көҙән ауылына эшлекле сәфәр барышында танышҡайныҡ. Улар - Көҙән ауылының матур, өлгө алырҙай ғаиләһе. Уңған хужабикә көндә кәмендә ун бәлеш бешерә, йәғни ҡамыр баҫмаған көнө юҡ. 

Еңеүсене бүләкләү өсөн редакцияла көтөп ҡалабыҙ.

Һөҙөмтәләр ошонда: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll65b34c8e50b9941231309041


#уңған_хужабикә

Еңеүсебеҙ билдәле
Еңеүсебеҙ билдәле
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: