Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Ғинуар , 11:00

Гәзиткә яҙылып, таҡта оттолар

“Торатау”ға яҙылып, бүләк отҡан яҡташтарыбыҙ тураһында гәзит биттәрендә яҡтыртып барабыҙ. Ошо көндәрҙә редакцияға Түбәнге Әрмет ауылынан Альбина Зинур ҡыҙы менән Әсғәт Мортаза улы Заһриевтар килеп китте. Уларға бүләккә үтекләү өсөн таҡта тапшырҙыҡ.

Гәзиткә яҙылып, таҡта оттолар
Гәзиткә яҙылып, таҡта оттолар

Альбина Зинур ҡыҙы оҙаҡ йылдар Түбәнге Әрмет мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Әсғәт Мортаза улы күп йылдар мәктәп директоры булған, әле уҡыусыларға тарих һәм технология дәрестәренән белем бирә.

- Элегерәк “Комсомольская правда” гәзитенә яҙылып электр ит үткәргесен отҡайныҡ. “Торатау”ға йыл һайын яҙылһаҡ та, бүләк отошта ҡатнашҡаныбыҙ юҡ ине. Ә быйыл гәзиткә яҙылғас та квитанцияны ебәргән. Яңы йыл алдынан ҡыуаныслы хәбәр алыуыбыҙға, еңеүселәр араһында үҙебеҙҙең фамилияны күреүебеҙгә, үтекләү таҡтаһы отоуыбыҙға ышанмайыраҡ та торҙоҡ әле. Бүләктәр бик шәп, бындай конкурсты ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ. Эш, әлбиттә, бүләктә генә тормай, иң мөһиме, гәзит биттәрендә район тормошо һүрәтләнә, ҡала һәм районда уҙғарылған ваҡиғалар халыҡҡа еткерелә, һәр ваҡыт хәбәрҙар булып, шундай тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәк, - ти ирле-ҡатынлы Заһриевтар.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Тормош, йәшәйешебеҙҙә ниндәй генә үҙгәрештәр булып, ниндәй генә ҡатмарлыҡтар осрамаһын, ваҡыт менән һыналған бәйләнеш өҙөлмәҫ, дуҫтарыбыҙ һаны кәмемәҫ тип ышанабыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзит биттәрендә һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр биреүҙән тыш, төрлө конкурстар ойоштороп, бүләкләү сараһын күрербеҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: